|
| 1 |
|
| Исраилдың улдары: Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар, Зевулун, |
|
| 2 |
|
| Дан, Йософ, Бинйәмин, Нафтали, Ғад һәм Ашер. |
|
| 3 |
|
| Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан һәм Шела. Был өсәү ҡәнғәни Шуағтың ҡыҙынан донъяға килә. Йәһүҙәнең баш балаһы Ғер Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡыла, шуға күрә Раббы уның йәнен ала. |
|
| 4 |
|
| Йәһүҙәнән килене Тамар Пәрәс менән Зерахты таба. Йәһүҙәнең бөтәһе биш улы була. |
|
| 5 |
|
| Пәрәстең улдары: Хесрон һәм Хамул. |
|
| 6 |
|
| Зерахтың улдары бишәү: Зимри, Эҫан, Һеман, Калкол һәм Дарағ. |
|
| 7 |
|
| Кармиҙың улы Ғахар, харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен алып, Исраилға ҡаза килтергән кеше. |
|
| 8 |
|
| Эҫан – Ғазаръяһтың атаһы. |
|
| 9 |
|
| Йерахмеил, Рам һәм Калев – Хесрондың улдары. |
|
| 10 |
|
| Рам – Ғамминадавтың, Ғамминадав Йәһүҙә ырыуы башлығы Нахшондың атаһы була. |
|
| 11 |
|
| Нахшондан – Салма, Салманан Боғаз донъяға килә. |
|
| 12 |
|
| Боғаздан – Ғовед, Ғоведтан Ишай тыуа. |
|
| 13 |
|
| Ишайҙың баш балаһы – Әлиав, икенсе улы – Авинадав, өсөнсөһө – Шимға, |
|
| 14 |
|
| дүртенсеһе – Неҫанил, бишенсеһе – Раддай, |
|
| 15 |
|
| алтынсыһы – Осем, етенсеһе Дауыт була. |
|
| 16 |
|
| Уларҙың Серуяһ менән Авигаил исемле ҡыҙ туғандары ла була. Серуяһтың Авишай, Йоав һәм Ғасаһил исемле өс улы тыуа. |
|
| 17 |
|
| Авигаил Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр тигән кешегә тормошҡа сыға һәм уларҙың Ғамаса тигән улы тыуа. |
|
| 18 |
|
| Хесрон улы Калевтың ҡатыны Ғазуванан Йериғот тигән ҡыҙы тыуа. Ә Йериғоттың улдары Йешәр, Шовав һәм Ардон. |
|
| 19 |
|
| Ғазува мәрхүм булғас, Калев Әфраҫҡа өйләнә. Әфраҫ уға Хурҙы табып бирә. |
|
| 20 |
|
| Хурҙан – Ури, Уриҙан Бесалил тыуа. |
|
| 21 |
|
| Һуңыраҡ алтмыш йәшлек Хесрон Ғилғәдтең атаһы Махирҙың ҡыҙына өйләнә. Был ҡатыны уға Сегувты табып бирә. |
|
| 22 |
|
| Сегувтан Яир тыуа. Яирҙың Ғилғәд ерендә егерме өс ҡалаһы була. |
|
| 23 |
|
| Әммә гешуриҙар менән арамиҙар Яир ауылдарын, шулай уҡ Ҡынаҫты, уның тирәһендәге ауылдарҙы – барлығы алтмыш ҡаланы тартып ала. Был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтың барыһы ла Ғилғәдтең атаһы Махирҙың нәҫелдәре була. |
|
| 24 |
|
| Хесрон Калев-Әфраҫа ҡалаһында донъя ҡуя, шунан һуң ҡатыны Авия Ашхурҙы таба. Был Ашхур Теҡоғаның атаһы була. |
|
| 25 |
|
| Хесрондың баш балаһы Йерахмеилдың улдары: баш балаһы Рам, унан – Буна, Өрән, Осем һәм Ахияһ. |
|
| 26 |
|
| Йерахмеилдың Ғатара исемле икенсе ҡатыны ла була, Ғатаранан Онам донъяға килә. |
|
| 27 |
|
| Йерахмеилдың баш балаһы Рамдың улдары: Мағас, Ямин һәм Ғеҡәр. |
|
| 28 |
|
| Онамдың улдары: Шаммай менән Ядағ. Шаммайҙың улдары: Надав менән Авишур. |
|
| 29 |
|
| Авишурҙың ҡатыны Авиһаил уға Ахбан менән Молид исемле улдар табып бирә. |
|
| 30 |
|
| Надавтың улдары: Сәләд менән Аппаим. Сәләд бала ҡалдырмай мәрхүм була. |
|
| 31 |
|
| Аппаимдың улы – Ишғи, Ишғиҙең улы – Шешан, Шешандың улы – Ахлай. |
|
| 32 |
|
| Шаммайҙың ҡустыһы Ядағтың улдары: Йәҫәр һәм Йонаҫан. Йәҫәр нәҫел ҡалдырмай мәрхүм була. |
|
| 33 |
|
| Йонаҫандың улдары: Пәләҫ менән Заза. Былар – Йерахмеил нәҫелдәре. |
|
| 34 |
|
| Шешандың улдары булмай, унан тик ҡыҙҙар тыуа. Шешандың Ярхағ исемле мысыр ҡоло була. |
|
| 35 |
|
| Шешан Ярхағты үҙенең ҡыҙына өйләндерә. Уларҙың Ғаттай исемле улдары тыуа. |
|
| 36 |
|
| Ғаттайҙан – Наҫан, Наҫандан – Завад, |
|
| 37 |
|
| Завадтан – Әфлал, Әфлалдан – Ғовед, |
|
| 38 |
|
| Ғоведтан – Йеһу, Йеһуҙан – Ғазаръяһ, |
|
| 39 |
|
| Ғазаръяһтан – Хәләс, Хәләстән – Әлғаса, |
|
| 40 |
|
| Әлғасанан – Сисмай, Сисмайҙан – Шаллум, |
|
| 41 |
|
| Шаллумдан – Йеҡамъяһ, Йеҡамъяһтан Әлишамағ тыуа. |
|
| 42 |
|
| Йерахмеилдың ҡустыһы Калевтың нәҫеле: баш балаһы Мешағ – ул Зифтың атаһы; һәм Хеврондың атаһы Марешаның нәҫелдәре. |
|
| 43 |
|
| Хеврондың улдары: Ҡорах, Таппуах, Рәҡәм һәм Шемағ. |
|
| 44 |
|
| Шемағтың улы – Рахам, Рахамдың улы – Йорҡоғам, Рәҡәмдең улы – Шаммай, |
|
| 45 |
|
| Шаммайҙың улы – Мағон, ә Мағон – Бейт-Сурҙың атаһы. |
|
| 46 |
|
| Калевтың Ғефа исемле йәриәһе Харан, Моса һәм Газез тигән улдар таба. Харандың Газез исемле улы тыуа. |
|
| 47 |
|
| Яһдайҙың улдары: Рәгәм, Йоҫам, Гешан, Пәләт, Ғефа, Шағаф. |
|
| 48 |
|
| Калевтың Мағаха исемле йәриәһе уға Шәвәр менән Тирхананы табып бирә. |
|
| 49 |
|
| Ул шулай уҡ Мадманнаның атаһы Шағафтың, Махбена менән Гивғаның атаһы Шеуаның да әсәһе була. Калевтың Ғахса исемле ҡыҙы ла тыуа. |
|
| 50 |
|
| Былар – Калев нәҫелдәре. Әфраҫтың баш балаһы Хурҙың улдары: Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовал, |
|
| 51 |
|
| Бейт-Ләхәмдең атаһы Салма, Бейт-Ғадерҙың атаһы Хареф. |
|
| 52 |
|
| Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовалдың улдары: Һарое, Хаси-Һамменухоҫ. |
|
| 53 |
|
| Ҡыръяҫ-Еғарим нәҫелдәре – йитриҙәр, пуҫиҙар, шумаҫиҙар, мишрағиҙар. Уларҙан сорғалар һәм әштәолдар тарала. |
|
| 54 |
|
| Салманан таралған халыҡтар – Бейт-Ләхәм, Нетофа, Ғатроҫ-Бейт-Йоав, манахаҫтарҙың яртыһы – сорғалар. |
|
| 55 |
|
| Яғбеста йәшәгән кәтип эшен башҡарыусыларҙың нәҫелдәре: тирғаҫиҙар, шимғаҫиҙар, сухаҫиҙар – былары Бейт-Рехав ҡалаһына нигеҙ һалған Хаммаҫтан таралған ҡыниҙар була. |
|
|
|
|