|
| 1 |
|
| Раббы Мусаға былай тине: |
|
| 2 |
|
| – Исраилдарҙан тыуған беренсе ир баланың һәммәһе лә Миңә бағышланһын. Инә ҡарынының тәүге иркәк емешен – кешеләрҙекен дә, мал-тыуарҙыҡын да – Миңә арна. Улар Минеке. |
|
| 3 |
|
| – Мысырҙан – ҡоллоҡ йортонан ҡотолған ошо көндө иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине Муса халыҡҡа. – Сөнки был көндө Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ул ерҙән алып сыҡты. Ул көндө әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк ашамағыҙ. |
|
| 4 |
|
| Бөгөн авив айында Мысырҙан сығаһығыҙ. |
|
| 5 |
|
| Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ: |
|
| 6 |
|
| ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ, етенсе көнөнә Раббы хөрмәтенә байрам яһағыҙ. |
|
| 7 |
|
| Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Арағыҙҙа һәм илегеҙҙең бер генә ерендә лә әсе икмәк һәм әсетке булмаһын. |
|
| 8 |
|
| Ул көндө һәр кем улына: «Мысырҙан киткән сағымда Раббының минең өсөн эшләгәндәрен хәтеремдә яңыртыр өсөн үтәйем мин был йоланы», – тип аңлатыр. |
|
| 9 |
|
| Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын – Раббы ҡануны телеңдән төшмәһен. Сөнки Раббы һине ҡөҙрәтле ҡулы менән Мысырҙан алып сыҡты. |
|
| 10 |
|
| Был күрһәтмәне йылдың-йылы, тәғәйен ваҡытта үтә. |
|
| 11 |
|
| Раббы һиңә һәм ата-бабаларыңа ант иткәнсә, ҡәнғәниҙәр еренә алып килеп, уны һиңә биргәс, |
|
| 12 |
|
| Уға баш ир балаңды бағышларға тейеш булаһың. Мал-тыуарыңдың тәүге түле лә, әгәр ҙә ул иркәк булһа, Раббыныҡы булһын. |
|
| 13 |
|
| Ишәктең тәүге быҙауы өсөн йоломға һарыҡ бәрәсе бир, йолом биргең килмәй икән – муйынын ҡайырып һындыр. Һинең беренсе тыуған ир балаң да йолоп алынырға тейеш. |
|
| 14 |
|
| Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты. |
|
| 15 |
|
| Фирғәүен ҡарышып беҙҙе ебәрмәгән саҡта, Раббы Мысырҙағы кешеләрҙең беренсе булып тыуған улдарын, мал-тыуарҙың тәүге иркәк түлен үлтерҙе. Шуға күрә мин мал-тыуарҙың тәүге түле булған иркәк малды Раббыға ҡорбан итәм, бөтә баш ир балалар өсөн йолом түләйем». |
|
| 16 |
|
| Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын, сөнки Раббы ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе Мысырҙан сығарҙы. |
|
| 17 |
|
| Фирғәүен Исраил халҡын ебәргәс, Алла, ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы пелештиҙәр ере аша үткән юлдан алып китмәне. Сөнки Ул: «Һуғышырға кәрәклеген күрһә, халыҡ, кире уйлап, Мысырға боролор», – тине. |
|
| 18 |
|
| Шуға ла уларҙы урау юлдан, сүл буйлап, Ҡамышлы диңгеҙ тарафына әйҙәне. Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡанда һуғышҡа әҙер булып барҙы. |
|
| 19 |
|
| Муса үҙе менән Йософтоң һөйәктәрен дә алғайны, сөнки Йософ Исраил халҡын: «Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер. Шул саҡта бынан үҙегеҙ менән минең һөйәктәремде лә алып китегеҙ», – тип ант иттергәйне. |
|
| 20 |
|
| Исраилдар, Суккоҫтан юлға сығып, сүл ситендәге Эҫамда туплам булып урынлашты. |
|
| 21 |
|
| Раббы көндөҙ юл күрһәтер өсөн болот бағанаһы эсендә, төндә иһә юл яҡтыртыр өсөн ут бағанаһы эсендә уларҙың алдынан барҙы. Шунлыҡтан улар көндөҙ ҙә, төндә лә туҡтамай атланы. |
|
| 22 |
|
| Көндөҙ болот бағанаһы, төнөн ут бағанаһы Исраил халҡын ташламаны. |
|
|
|
|