|
| 1 |
|
| Муса ҡайныһы, мидйән ҡаһины Итроның һарыҡтарын көтә ине. Бер көн ул, көтөүен йыраҡ сүлгә ҡыуып, Алла тауы Хоревҡа барып сыҡты. |
|
| 2 |
|
| Унда Раббының фәрештәһе уға сәнскәкле ҡыуаҡ араһынан ялҡын булып күренде. Муса ҡыуаҡтың ялҡынланып яныуын, әммә янып бөтмәүен күрҙе. |
|
| 3 |
|
| – Барып ҡарайым әле, – тине ул үҙ-үҙенә. – Был ни хикмәт? Нишләп ҡыуаҡ янып бөтмәй? |
|
| 4 |
|
| Раббы, Мусаның яҡын килгәнен күреп, ҡыуаҡ эсенән: – Муса, Муса! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тине тегеһе. |
|
| 5 |
|
| Алла: – Бында яҡын килмә. Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған урын – мөҡәддәс ер, – тине. Шунан Ул Мусаға: |
|
| 6 |
|
| – Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы. |
|
| 7 |
|
| Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм. |
|
| 8 |
|
| Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын. |
|
| 9 |
|
| Эйе, Исраил халҡының аһ-зарҙары Миңә килеп етте: уларҙың мысырҙарҙан иҙелгәндәрен күреп-белеп торам. |
|
| 10 |
|
| Шуға күрә лә, бар! Мин һине фирғәүен янына ебәрәм: халҡым исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡ! |
|
| 11 |
|
| – Фирғәүенгә барып, Исраил халҡын Мысырҙан алып сығырға мин кем һуң? – тип һораны Муса Алланан. |
|
| 12 |
|
| Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине. |
|
| 13 |
|
| Муса Аллаға былай тине: – Бына мин Исраил халҡына килермен дә: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы ебәрҙе», – тиермен. Улар: «Уның исеме кем?» – тип һораһа, нимә тип яуап ҡайтарырмын? |
|
| 14 |
|
| Алла Мусаға былай тине: – Бар Булыусы Мин. Исраил халҡына: «Мине һеҙгә Мин – Бар Булыусы ебәрҙе», – тип әйт. |
|
| 15 |
|
| Алла йәнә Мусаға: – Исраил халҡына: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуптың Аллаһы Йәһүә ебәрҙе», – тип әйт. Был Минең мәңгелек исемем. Мине быуындан-быуынға шул исем менән белерҙәр. |
|
| 16 |
|
| Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: «Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһын да күрҙем. |
|
| 17 |
|
| Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам». |
|
| 18 |
|
| Исраил аҡһаҡалдары һине тыңлар. Улар һинең менән бергә Мысыр батшаһына барыр. Һеҙ уға: «Беҙгә Раббы – ғивриҙәр Аллаһы күренде. Инде беҙгә өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит», – тип әйтерһегеҙ. |
|
| 19 |
|
| Әммә беләм, Мысыр батшаһы, әгәр бер ҡөҙрәтле ҡул мәжбүр итмәһә, һеҙгә китергә рөхсәт бирмәйәсәк. |
|
| 20 |
|
| Ҡулымды һонормон да, төрлө хикмәттәр ҡылып, Мысырҙы язалармын – шунан һуң ул һеҙҙе ебәрер. |
|
| 21 |
|
| Мин шулай итермен: мысырҙарҙа һеҙгә ҡарата миһырбан тойғоһо уятырмын. Унан буш ҡул менән китмәҫһегеҙ. |
|
| 22 |
|
| Һәр ҡатын күршеһенән йәки яҡын-тирәлә йәшәгән башҡа ҡатындарҙан алтын-көмөш әйберҙәр, кейем һорап алыр. Һеҙ улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы шулар менән биҙәрһегеҙ. Мысырҙан бай табыш менән китерһегеҙ. |
|
|
|
|