|
| 1 |
|
| Раббы Мусаға ҡушҡанса, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән Изге торлаҡта хеҙмәт итер өсөн кейемдәр һәм Һарунға изге кейемдәр әҙерләнеләр. |
|
| 2 |
|
| Эфодты зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн епкә һәм сиратылған нәфис етенгә алтын еп ҡушып оҫта итеп эшләнеләр. |
|
| 3 |
|
| Бының өсөн алтынды ҡалай һымаҡ итеп йәйҙеләр ҙә еп итеп ҡырҡтылар һәм шуны зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн епкә һәм сиратылған нәфис етенгә ҡуштылар. |
|
| 4 |
|
| Эфодты беркетер өсөн ян-яғынан уға ике яурынса тектеләр. |
|
| 5 |
|
| Эфодтың билғауы эфод һымаҡ уҡ һуғылды һәм уның менән бер бөтөн булды – ул алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм нәҙек етендән һуғылды. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны. |
|
| 6 |
|
| Алтындан биҙәкләп эшләнгән тирәсәгә кейҙереп ҡуйылған оникс таштар әҙерләнеләр; был таштарға, мөһөрҙәге шикелле, Исраил улдарының исемдәре сүкеп яҙылғайны. |
|
| 7 |
|
| Уларҙы, Исраил улдары хаҡында иҫтәлек булһын өсөн, эфодтың яурынсаларына беркеттеләр. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны. |
|
| 8 |
|
| Эфод шикелле үк, алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, сиратылған нәфис етендән түшлек оҫталанылар. |
|
| 9 |
|
| Түшлек ике ҡатланған туҡыманан буйы һәм иңе бер ҡарыш ҙурлығында дүрткел ине. |
|
| 10 |
|
| Унда дүрт рәт аҫыл таштар һалынғайны. Беренсе рәттә – ҡыҙыл яҡут, хризолит һәм зөбәржәт; |
|
| 11 |
|
| икенсе рәттә – фирүзә, зәңгәр яҡут һәм алмас; |
|
| 12 |
|
| өсөнсө рәттә – яҡут, аҡ аҡыҡ һәм аметист; |
|
| 13 |
|
| дүртенсе рәттә – һары яҡут, оникс һәм йәшмә ине. Бөтә таштар ҙа биҙәкле алтын тирәсәгә кейҙерелгәйне. |
|
| 14 |
|
| Исраил улдарының исемдәре яҙылған таштар ун ике ине: һәр ташта, мөһөрҙәге шикелле, ун ике Исраил ырыуынан берәүһенең исеме сүкеп яҙылғайны. |
|
| 15 |
|
| Түшлек өсөн саф алтындан, бау шикелле ишеп, сылбырҙар эшләнеләр. |
|
| 16 |
|
| Биҙәкле ике алтын тирәсә эшләнеләр. Шулай уҡ ике алтын дүңгәләк яһап, уларҙы түшлектең мөйөштәренә беркеттеләр ҙә |
|
| 17 |
|
| ике алтын сылбыр ярҙамында |
|
| 18 |
|
| ике тирәсәгә тоташтырҙылар, ә әлеге тирәсәләрҙе алғы яҡтан эфодтың яурынсаларына беркеттеләр. |
|
| 19 |
|
| Тағы ике алтын дүңгәләк эшләнеләр һәм уларҙы эске яҡтан, эфодҡа ятып торған еренән, түшлектең ике мөйөшөнә беркеттеләр. |
|
| 20 |
|
| Тағы ике алтын дүңгәләк эшләп, уларҙы алғы яҡтан яурынсаның түбәнге осона – йөйгә яҡын итеп – эфодтың билғауы өҫтөнән, беркеттеләр. |
|
| 21 |
|
| Түшлектең дүңгәләктәре эфодтың дүңгәләктәре менән зәңгәр бау ярҙамында бәйләнгәйне – эфодтың билғауынан өҫтәрәк урынлашҡан түшлек эфодҡа берегеп ятып тора ине. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны. |
|
| 22 |
|
| Эфод аҫтынан кейә торған ябынса тотошлай зәңгәр туҡыманан тегелде. |
|
| 23 |
|
| Уның уртаһында баштан кейер өсөн уйым яһалды. Туҡыманың сите туҙрамаһын өсөн уйымдың ситтәре яға һымаҡ итеп тегелде. |
|
| 24 |
|
| Ябынсаның итәгенә зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл сиратылған йөн ептән анар емеше рәүешендә йоморсалар эшләнеләр. |
|
| 25 |
|
| Саф алтындан ҡыңғырауҙар эшләнеләр һәм уларҙы анар емештәре араһына ябынса итәгенә таҡтылар. |
|
| 26 |
|
| Ҡыңғырауҙар һәм анар емештәре ҡаһин хеҙмәтен үтәү өсөн тәғәйенләнгән ябынса салғыйы буйлап сиратлашып барҙы. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны. |
|
| 27 |
|
| Һарунға һәм уның улдарына нәфис етендән күлдәк тектеләр, |
|
| 28 |
|
| нәфис етендән сәллә һәм сиратылған етен ептән баш бәйҙәре эшләнеләр, йоҡа етендән ыштан тектеләр. |
|
| 29 |
|
| Сиратылған нәфис етен ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән биҙәкле билғау һуҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны. |
|
| 30 |
|
| Оҫталар саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәйҙеләр ҙә изгелек тажы эшләнеләр һәм уға, мөһөрҙәге шикелле сүкеп, «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе яҙҙылар. |
|
| 31 |
|
| Уға, сәллә өҫтөнән беркетер өсөн, зәңгәр бау таҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны. |
|
| 32 |
|
| Шулай итеп, Изге торлаҡ – Осрашыу сатыры эшләнеп бөттө. Исраил халҡы бөтәһен дә тап Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне. |
|
| 33 |
|
| Улар Мусаға Изге сатырҙы, уның япмаһын һәм бөтә кәрәк-ярағын – ҡаптырма, рам, һайғау, бағана һәм төптәрен – |
|
| 34 |
|
| шулай уҡ иләнгән һарыҡ тиреһенән япманы һәм йоҡа итеп эшкәртелгән күндән өҫкө ябыуҙы, айырып торған пәрҙәне, |
|
| 35 |
|
| Килешеү һандығын, уның ҡолғаларын, ҡапҡасын, |
|
| 36 |
|
| өҫтәлде һәм уның һауыт-һабаһын, Раббы хозурына ҡуйыла торған изге икмәкте, |
|
| 37 |
|
| саф алтындан эшләнгән шәмдәлде һәм уның өҫтөндә торорға тейешле майшәмдәрҙе, уның бөтә кәрәк-ярағын һәм шәм өсөн майҙы, |
|
| 38 |
|
| алтын ҡорбан усағын, мәсех майын, төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, сатырға инер юлды ҡаплай торған ҡорманы, |
|
| 39 |
|
| баҡыр рәшәткәле баҡыр ҡорбан усағын, уның ҡолғаларын һәм йыһаздарын, йыуынғыс менән уның таяуын, |
|
| 40 |
|
| ихата шаршауҙарын, уның бағаналарын һәм аҫтындағы төптәрен, ихата ҡапҡаһына ҡорманы, бауҙарҙы һәм ҡаҙыҡтарҙы, Осрашыу сатырында ғибәҙәт ҡылыуға тәғәйенләнгән бөтә йыһазды, |
|
| 41 |
|
| шулай уҡ изге урында хеҙмәт итеү өсөн туҡылған кейем: Һарун ҡаһинға изге кейемдәр һәм уның улдарына ҡаһинлыҡ кейемдәре алып килде. |
|
| 42 |
|
| Исраил халҡы бөтәһен дә, Раббы Мусаға нисек ҡушһа, шулай эшләне. |
|
| 43 |
|
| Муса улар эшләгәнде ҡарап сыҡты – бөтәһе лә Раббы ҡушҡанса башҡарылғайны. Муса уларға фатиха бирҙе. |
|
|
|
|