|
| 1 |
|
| Муса: – Әгәр ҙә улар миңә ышанмаһа, һүҙемде тыңламаһа, «Раббы һиңә күренмәгән!» – тиһә, миңә нимә эшләргә? – тип һораны. |
|
| 2 |
|
| – Ҡулыңда нимә? – тип һораны Раббы. – Таяҡ, – тип яуапланы Муса. |
|
| 3 |
|
| – Уны ергә ташла, – тине Раббы. Муса таяғын ергә ташлағайны, таяҡ йыланға әүерелде. Муса ҡурҡып ҡаса башланы. |
|
| 4 |
|
| – Ҡулыңды һуҙ ҙа ҡойроғонан тот, – тине Раббы. Муса, ҡулын һоноп, ҡойроғонан тотҡайны, йылан йәнә таяҡҡа әйләнде. |
|
| 5 |
|
| – Быны улар һиңә Раббы, ата-бабаларының Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуп Аллаһы күренгәненә ышанһындар өсөн эшлә, – тине Раббы. |
|
| 6 |
|
| Шунан Раббы: – Ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ, – тине. Муса ҡулын ҡуйынына тыҡты. Кире сығарғайны, ҡулы махау ауырыуынан ҡар һымаҡ ап-аҡ булған. |
|
| 7 |
|
| – Ҡулыңды тағы ҡуйыныңа тыҡ, – тине Раббы. Муса ҡабат ҡулын ҡуйынына тыҡты. Кире сығарғайны, ҡулы йәнә тәненең башҡа урындары һымаҡ тап-таҙа ине. |
|
| 8 |
|
| – Әгәр улар һиңә ышанмаһа, тәүге хикмәткә иғтибар итмәһә, икенсеһенә ышаныр. |
|
| 9 |
|
| Хатта ошо ике хикмәткә лә ышанмаһалар һәм әйткәндәреңә ҡолаҡ һалмаһалар, Нилдан һыу алып ергә түк. Йылға һыуы тупраҡҡа тейеү менән ҡанға әйләнер. |
|
| 10 |
|
| Ләкин Муса Раббыға: – Эй бөйөк Хакимым! Телгә шәп түгелмен мин. Элек тә телгә оҫталығым юҡ ине, әле Һин мин ҡолоң менән һөйләшкәндә лә килешле итеп һөйләй белмәйем. Мин тотлоғам, һаҡаумын, – тип ялбарҙы. |
|
| 11 |
|
| – Кешегә телде кем бирә? – тине Раббы. – Кем телһеҙ йәки һаңғырау итә? Кем күҙҙәрҙе осҡор йәки һуҡыр итә? Мин, Раббы, түгелме ни? |
|
| 12 |
|
| Инде бар! Һөйләгән сағыңда Мин һинең яныңда булырмын; нимә әйтергә кәрәклеген Үҙем өйрәтеп торормон. |
|
| 13 |
|
| – Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы Муса. – Икенсе берәүҙе ебәрһәңсе. |
|
| 14 |
|
| Раббының Мусаға асыуы ялҡынланып китте. – Әллә Леви нәҫеленән булған Һарун һинең ағайың түгелме? Уның телгә шәплеген беләм. Ул инде һине ҡаршыларға сыҡты, һине күреп, ысын күңелдән шатланыр, – тине Ул. – |
|
| 15 |
|
| Уның менән һөйләш, нимә әйтергә кәрәклеген аңлат. Һөйләгәндә икегеҙгә лә ярҙам итермен, эргәгеҙҙә булырмын, ни эшләргә икәнен өйрәтермен. |
|
| 16 |
|
| Һинең урыныңа халыҡ менән Һарун һөйләшер. Ул һиңә ауыҙ һымаҡ, ә һин уға Алла һымаҡ булырһығыҙ. |
|
| 17 |
|
| Был таяғыңды ал: уның менән мөғжизәләр ҡылырһың. |
|
| 18 |
|
| Муса ҡайныһы Итро янына ҡайтып: – Рөхсәт ит, мин Мысырға ҡәрҙәштәрем янына ҡайтып киләйем, иҫән-һауҙармы икән, күрәйем, – тине. – Бар, иҫән-аман йөрө, – тине Итро. |
|
| 19 |
|
| Мидйән ерендә Раббы Мусаға: – Бар, Мысырға ҡайт, һинең йәнеңде ҡыйырға теләгәндәрҙең бөтәһе лә үлеп бөттө, – тине. |
|
| 20 |
|
| Муса ҡатыны менән улдарын ишәккә атландырҙы ла, Алла әйткән таяғын ҡулына алып, Мысырға юлланды. |
|
| 21 |
|
| – Мысырға әйләнеп ҡайтҡас, Минең ҡөҙрәтем менән тыуҙырылған был мөғжизәләрҙең бөтәһен дә фирғәүен алдында күрһәт. Ләкин Мин уның йөрәгенә тиҫкәрелек һалырмын һәм ул халыҡҡа китергә рөхсәт итмәҫ, – тине Раббы Мусаға. – |
|
| 22 |
|
| Шул сағында фирғәүенгә әйтерһең: «Раббы былай ти: Исраил – Минең улым, Минең баш балам. |
|
| 23 |
|
| Мин һиңә, улымды Миңә ғибәҙәт ҡылырға ебәр, тинем. Ебәрмәһәң, Мин һинең баш балаң булған улыңды үлтерәсәкмен». |
|
| 24 |
|
| Улар юлда төнгөлөккә ҡунырға туҡтағанда, Раббы, Мусаны осратып, уны үлтермәк булды. |
|
| 25 |
|
| Шул саҡ Сиппора, үткер саҡматаш алып, улының енес ағзаһының тиреһен киҫеп алды ла ул тирене Мусаның аяҡтарына тейҙереп: – Хәҙер инде һин минең ҡан аша йәрәшелгән кейәүем, – тине. |
|
| 26 |
|
| Шунда Раббы Мусаны иҫән-аман ҡалдырҙы. Сиппора: «Сөннәт арҡаһында ҡан аша йәрәшелгән кейәү», – тип өҫтәне. |
|
| 27 |
|
| Раббы Һарунға: – Бар, сүлгә барып, Мусаны ҡаршы ал, – тине. Һарун юлға сыҡты. Алла тауы янында Мусаны осратты, уны үбеп сәләмләне. |
|
| 28 |
|
| Муса Һарунға үҙен ебәргән Раббының һүҙҙәрен еткерҙе, ниндәй хикмәттәр ҡылырға ҡушҡанын һөйләп бирҙе. |
|
| 29 |
|
| Улар барып Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын йыйҙы. |
|
| 30 |
|
| Һарун уларға Раббының Мусаға әйткән бөтә һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Муса иһә бөтә халыҡтың күҙ алдында хикмәттәр ҡылды. |
|
| 31 |
|
| Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар. |
|
|
|
|