|
| 1 |
|
| Раббы Мусаға: – Бар, фирғәүенгә бар ҙа әйт, Раббы былай ти: «Миңә ғибәҙәт ҡылһын өсөн, халҡымды ебәр. |
|
| 2 |
|
| Ебәрмәһәң, бөтә илеңде тәлмәрйен менән тултырам. |
|
| 3 |
|
| Йылға-һыуҙарыңда тәлмәрйен мыжғып торор, улар һыуҙан сығып һарайыңа, йоҡо бүлмәңә, ятыр-торор урыныңа кереп тулыр, хеҙмәтселәреңдең, тотош халҡыңдың йорт-ерҙәрен баҫыр, мейесегеҙ, икмәк күнәктәрегеҙ тәлмәрйен менән тулыр. |
|
| 4 |
|
| Улар үҙеңә лә, бөтә халҡыңа ла, хеҙмәтселәреңә лә маҙа бирмәҫ». |
|
| 5 |
|
| Раббы Мусаға: – Һарунға әйт, таяғын йылғалар, арыҡтар, күлдәр өҫтөнә һуҙһын да тәлмәрйендәрҙе Мысыр еренә сығарһын, – тине. |
|
| 6 |
|
| Һарун ҡулын Мысыр һыуҙары өҫтөнә һуҙҙы ла тәлмәрйендәр, һыуҙан сығып, бөтә Мысыр ерен баҫып алды. |
|
| 7 |
|
| Сихырсылар ҙа тылсымдары менән шуны эшләне – Мысыр еренә тәлмәрйендәр ебәрҙе. |
|
| 8 |
|
| Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып алды ла: – Раббыға доға ҡылығыҙ, мине лә, халҡымды ла тәлмәрйендәрҙән арындырһын. Шул сағында Исраил халҡын Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрермен, – тине. |
|
| 9 |
|
| – Һинең өсөн, хеҙмәтселәрең һәм халҡың өсөн ҡасан доға ҡылырға икәнен үҙең әйт. Шунан тәлмәрйендәр һинең яныңдан һәм һарайыңдан китер, бары тик йылғала ғына ҡалыр, – тине Муса. |
|
| 10 |
|
| – Иртәгә, – тип яуапланы фирғәүен. – Һин әйткәнсә булыр. Шул саҡта Аллабыҙ Раббының тиңе юҡлығын белерһең, – тине Муса. – |
|
| 11 |
|
| Тәлмәрйендәр һинән, һарайҙарыңдан, хеҙмәтселәреңдән, халҡыңдан китер; улар бары тик йылғала ғына ҡалыр. |
|
| 12 |
|
| Муса менән Һарун фирғәүен эргәһенән сыҡтылар. Муса Раббынан фирғәүенгә ебәргән бөтә тәлмәрйендәрҙе юҡ итеүен һорап ялбарҙы. |
|
| 13 |
|
| Раббы Муса һорағанса эшләне: йорт эстәрендәге, урам буйҙарындағы, баҫыу-яландағы тәлмәрйендәр ҡырылып бөттө. |
|
| 14 |
|
| Үлгән тәлмәрйендәрҙе өйөм-өйөм итеп йыйҙылар, ил буйлап һаҫыҡ еҫ таралды. |
|
| 15 |
|
| Еңеллек килгәнен күреп, фирғәүен йәнә ҡарышты: Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны. |
|
| 16 |
|
| Раббы Мусаға: – Һарунға әйт, таяғын күтәреп туҙанлы ергә һуҡһын – тотош Мысыр илендәге саң-туҙан себен-серәкәйгә әйләнер, – тип бойорҙо. |
|
| 17 |
|
| Муса менән Һарун шулай эшләне: Һарун таяғын күтәреп туҙанлы ергә һуғыуы булды – кешеләрҙе, мал-тыуарҙы себен-серәкәй һырып алды. Бөтөн Мысыр ерендә саң-туҙан себен-серәкәйгә әйләнде. |
|
| 18 |
|
| Сихырсылар ҙа тылсымдары менән себен-серәкәй ҡылып ҡараны – булдыра алманы. Кешеләрҙе лә, мал-тыуарҙы ла себен-серәкәй йонсотто. |
|
| 19 |
|
| – Был Алла эше, – тине сихырсылар фирғәүенгә. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны. |
|
| 20 |
|
| Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртә таңдан, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ та әйт: «Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит. |
|
| 21 |
|
| Рөхсәт итмәһәң, үҙеңә лә, хеҙмәтселәреңә лә, халҡыңа ла, йорттарыңа ла күгәүендәр юллайым. Бөтә мысырҙарҙың өйөндә, хатта уларҙың аяҡ аҫтындағы тупраҡта күгәүен мыжғыр. |
|
| 22 |
|
| Ләкин ул көндө халҡым йәшәгән Гошен ерен айырып ҡуясаҡмын, унда күгәүендең әҫәре лә булмаҫ. Ошонан һин Мин Раббының ул ерҙә булғанын белерһең. |
|
| 23 |
|
| Мин Үҙ халҡымды һинең халҡыңдан айырасаҡмын. Был хикмәт иртәгә булыр“». |
|
| 24 |
|
| Раббы шулай эшләне лә: фирғәүен һарайын, уның хеҙмәтселәренең йорт-ерен, тотош Мысырҙы ҡара болот булып күгәүен баҫты: күгәүендән ер иңрәне. |
|
| 25 |
|
| Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып: – Барығыҙ, Аллағыҙға ҡорбанды ошо беҙҙең ерҙә килтерегеҙ, – тине. |
|
| 26 |
|
| Ләкин Муса: – Улай итә алмайбыҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға килтергән ҡорбанды мысырҙар ерәнгес тип һанай. Улар ерәнгес тип ҡабул иткән ҡорбанды күҙ алдарында ҡылһаҡ, беҙҙе таш бәреп үлтермәҫтәрме? – тип ҡаршы төштө. – |
|
| 27 |
|
| Беҙ Аллабыҙ Раббыға, Ул әйткәнсә, өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып ҡорбан килтерергә тейешбеҙ. |
|
| 28 |
|
| – Ярай, мин һеҙгә Аллағыҙ Раббыға сүлгә сығып ҡорбан килтерергә рөхсәт итермен, бары тик йыраҡ китмәгеҙ. Минең өсөн дә доға ҡылығыҙ, – тине фирғәүен. |
|
| 29 |
|
| – Һинән сығыу менән Раббынан һорармын, иртәгә үк фирғәүен дә, уның хеҙмәтселәре лә, тотош Мысыр халҡы ла күгәүендән арыныр. Фәҡәт фирғәүен алдашыуҙан туҡтаһын, халыҡты Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрмәй тормаһын, – тине Муса. |
|
| 30 |
|
| Фирғәүендән сыҡҡас та Муса Раббыға ялбарҙы. |
|
| 31 |
|
| Раббы уның һорағанын үтәне: фирғәүенде, уның хеҙмәтселәрен, тотош Мысыр халҡын күгәүендән ҡотҡарҙы. Бер күгәүен дә ҡалманы. |
|
| 32 |
|
| Ләкин фирғәүен тиҫкәреләнеүен белде: халыҡты был юлы ла ебәрмәне. |
|
|
|
|