|
| 1 |
|
| Берәйһе Раббыға икмәк саҙаҡаһы килтерһә, ҡорбаны иң яҡшы ондан булһын. Уға зәйтүн майы ҡойһон, хуш еҫле сайыр – ладан һалһын һәм |
|
| 2 |
|
| Һарун улдары – ҡаһиндарға – килтерһен. Ҡаһин усын тултырып он һәм зәйтүн майын, бөтә хуш еҫле сайырҙы алып, ҡорбан усағында иҫтәлек өлөшө булараҡ яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. |
|
| 3 |
|
| Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны иһә Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге. |
|
| 4 |
|
| Әгәр мейестә бешерелгән икмәк саҙаҡаһы килтерһәң, иң яҡшы ондан зәйтүн майына баҫылған сөсө икмәк йәки өҫтөнә зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына көлсә булһын. |
|
| 5 |
|
| Әгәр саҙаҡаң йәйләүҙә бешерелгән икмәк булһа, уны зәйтүн майына баҫылған яҡшы ондан сөсө икмәк итеп бешер. |
|
| 6 |
|
| Уны һыныҡтарға бүлеп, өҫтөнә зәйтүн майы ҡой. Был – икмәк саҙаҡаһы. |
|
| 7 |
|
| Әгәр саҙаҡаң көршәктә бешерелгән икән, ул зәйтүн майына баҫылған иң яҡшы ондан булһын. |
|
| 8 |
|
| Ошолай әҙерләнгән икмәк саҙаҡаһын Раббыға бирер өсөн ҡаһинға алып кил. Ҡаһин уны ҡорбан усағына килтерер. |
|
| 9 |
|
| Ҡаһин, икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер киҫәк алып, уны ҡорбан усағында яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. |
|
| 10 |
|
| Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге. |
|
| 11 |
|
| Раббыға килтерә торған икмәк саҙаҡаларының береһе лә әсеткеле ҡамырҙан бешерелмәһен, сөнки Раббыға ут ҡорбаны итеп әсетке лә, бал да яндырылырға тейеш түгел. |
|
| 12 |
|
| Уларҙы Раббыға тәүге уңыш ҡорбаны итеп килтерә алаһығыҙ, әммә хуш еҫ сығарыр өсөн усаҡҡа һалмағыҙ. |
|
| 13 |
|
| Икмәк саҙаҡаларыңдың барыһына ла тоҙ һал. Сөнки тоҙ – Алла менән һинең арала төҙөлгән килешеүҙең билдәһе. Бөтә икмәк саҙаҡаларыңды ла тоҙһоҙ ҡалдырма. |
|
| 14 |
|
| Әгәр ҙә Раббыға тәүге уңыштан икмәк саҙаҡаһы килтерәһең икән, ул беренсе башаҡтарҙан булһын. Уларҙы утта ҡыҙҙырып, төйөп алып кил. |
|
| 15 |
|
| Өҫтөнә зәйтүн майы ҡой, хуш еҫле ладан һал. Был – икмәк саҙаҡаһы. |
|
| 16 |
|
| Ҡаһин бер аҙ төйөлгән ашлыҡ һәм зәйтүн майының бер өлөшөн, бөтә хуш еҫле сайыр менән бергә, иҫтәлек өлөшө итеп яндырһын. Был – Раббыға бағышланған ут ҡорбаны. |
|
|
|
|