Изге Яҙма 2023
|
| 1 |
| Мин башымды күтәреп ҡараным да ҡулына үлсәү ебе тотҡан бер кешене күрҙем. |
| 2 |
| – Ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораным. – Йәрүсәлимде үлсәйем. Арҡырыһы, буйы күпме икәнен белергә китеп барам, – тип яуапланы был кеше. |
| 3 |
| Минең менән һөйләшкән фәрештә эргәмдән китә башлағайны, икенсе бер фәрештә уның ҡаршыһына сыҡты ла: |
| 4 |
| – Йүгер, ул егеткә әйт: «Эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ халыҡ һәм мал-тыуар йәшәгәнлектән, Йәрүсәлим диуарһыҙ ҡала булыр. |
| 5 |
| Мин Үҙем уның әйләнәһендә утлы диуар, эсендә шөһрәт буласаҡмын, – тип белдерә Раббы». |
| 6 |
| – Эй, әйҙәгеҙ! Төньяҡ илдән ҡасығыҙ, – Раббы шулай тип белдерә. – Сөнки Мин һеҙҙе күктең елеләй дүрт тарафҡа ебәрҙем. |
| 7 |
| Бабилда йәшәгән Сион халҡы, ҡасып ҡотолоғоҙ! |
| 8 |
| Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла. |
| 9 |
| Бына Мин ул ҡәүемдәргә ҡаршы ҡулымды күтәрәм һәм улар үҙҙәренең ҡолдарына табыш булыр». Шул сағында һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. |
| 10 |
| – Эй Сион-ҡыҙ, ҡыуан, күңел ас! Бына Мин киләм, арағыҙҙа төйәкләнәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – |
| 11 |
| Ул көндө бик күп халыҡтар Миңә, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр. Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. |
| 12 |
| Раббы Йәһүҙәне изге тупраҡтағы Үҙ өлөшө булараҡ биләмә итеп алыр, ә Йәрүсәлим тағы Раббының Үҙенә һайлап алған ҡалаһы булыр. |
| 13 |
| Шымығыҙ барығыҙ ҙа Раббы алдында! Раббы Үҙенең мөҡәддәс торлағынан ҡалҡа! |
| Сохранить Заметки |
https://beblia.bible:81/BibleAudio/bashkir2023/zechariah/002.mp3
14
2