|
| 1 |
|
| Артабан Раббы Муса менән Һарунға былай тине: |
|
| 2 |
|
| – Исраилдар сатырҙарын үҙҙәренең байрағы һәм нәҫел тамғаһы аҫтында Осрашыу сатыры тирәләй бер ни тиклем алыҫлыҡта ҡорһон. |
|
| 3 |
|
| Йәһүҙә тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көнсығышта урынлашһын. Йәһүҙәләрҙең башлығы Ғамминадав улы Нахшон булһын. |
|
| 4 |
|
| Уның ғәскәрендә иҫәпкә ингәндәрҙең һаны – етмеш дүрт мең алты йөҙ кеше. |
|
| 5 |
|
| Улар янында Исасхар ырыуы туплам ҡорһон. Исасхарҙарҙың башлығы Суғар улы Неҫанил булһын. |
|
| 6 |
|
| Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле дүрт мең дүрт йөҙ кеше. |
|
| 7 |
|
| Шунан Зевулун ырыуы урынлашһын. Уларҙың башлығы Хелон улы Әлиав булһын. |
|
| 8 |
|
| Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле ете мең дүрт йөҙ кеше. |
|
| 9 |
|
| Йәһүҙә тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә һикһән алты мең дүрт йөҙ кеше инә. Юлға улар беренсе булып ҡуҙғала. |
|
| 10 |
|
| Рәүвән тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көньяҡта урынлашһын. Уларҙың башлығы Шедеур улы Әлисур булһын. |
|
| 11 |
|
| Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ алты мең биш йөҙ кеше. |
|
| 12 |
|
| Рәүвәндәр эргәһенә Шимғон ырыуы туплам ҡорһон. Уның башлығы Суришаддай улы Шелумиил булһын. |
|
| 13 |
|
| Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле туғыҙ мең өс йөҙ кеше. |
|
| 14 |
|
| Артабан – Ғад ырыуы. Ғадтарҙың башлығы Деғуил улы Әлъясаф булһын. |
|
| 15 |
|
| Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ биш мең алты йөҙ илле кеше. |
|
| 16 |
|
| Рәүвән тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә илле бер мең дүрт йөҙ илле кеше инә. Юлға улар икенсе булып ҡуҙғала. |
|
| 17 |
|
| Юлға сыҡҡанда Осрашыу сатыры менән Леви ырыуы башҡа ырыуҙарҙың уртаһында булһын. Тупламда нисек урынлашҡан булһалар, юлда ла һәр ҡайһыһы үҙ урынында, үҙ байрағы аҫтында барһын. |
|
| 18 |
|
| Әфраим тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көнбайышта урынлашһын. Әфраимдарҙың башлығы Ғаммиһуд улы Әлишамағ булһын. |
|
| 19 |
|
| Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ мең биш йөҙ кеше. |
|
| 20 |
|
| Әфраимдар эргәһенә Менашше ырыуы туплам ҡорһон. Уның башлығы Педаһсур улы Гамлиил булһын. |
|
| 21 |
|
| Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – утыҙ ике мең ике йөҙ кеше. |
|
| 22 |
|
| Артабан – Бинйәмин ырыуы. Бинйәминдәрҙең башлығы Ғидғони улы Авидан булһын. |
|
| 23 |
|
| Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – утыҙ биш мең дүрт йөҙ кеше. |
|
| 24 |
|
| Әфраим тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә һигеҙ мең бер йөҙ кеше инә. Юлға улар өсөнсө булып ҡуҙғала. |
|
| 25 |
|
| Дан тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан төньяҡта урынлашһын. Уларҙың башлығы Ғаммишаддай улы Ахиғәзер булһын. |
|
| 26 |
|
| Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – алтмыш ике мең ете йөҙ кеше. |
|
| 27 |
|
| Дандар эргәһенә Ашер ырыуы туплам ҡорһон. Уның башлығы – Ғохран улы Пағиил булһын. |
|
| 28 |
|
| Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ бер мең биш йөҙ кеше. |
|
| 29 |
|
| Артабан – Нафтали ырыуы. Нафталиҙарҙың башлығы Ғенан улы Ахирағ булһын. |
|
| 30 |
|
| Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле өс мең дүрт йөҙ кеше. |
|
| 31 |
|
| Дан тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә илле ете мең алты йөҙ кеше инә. Юлға улар иң һуңғы булып ҡуҙғала. |
|
| 32 |
|
| Шулай итеп, исраилдарҙы ғаиләләре буйынса иҫәпкә алыу һөҙөмтәһе: тупламдағы ғәскәрҙәрҙә йәмғеһе алты йөҙ өс мең биш йөҙ илле кеше булды. |
|
| 33 |
|
| Ә левиҙәр, Раббының Мусаға биргән бойороғона ярашлы, Исраил ырыуҙары менән бер иҫәпкә индерелмәне. |
|
| 34 |
|
| Исраилдар, Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, шулай эшләне: улар үҙ байраҡтары аҫтында туплам булып торҙо һәм һәр ҡайһыһы үҙ нәҫел-нәсәбенә ярашлы үҙ ғаиләһе менән юлға сыҡты. |
|
|
|
|