Инжил Башҡортча 2014
|
| 1 |
| Бер нисә көндән һуң Ғайса ҡабат Капернаумға килгәс, Уның өйҙә булыуы хаҡында хәбәр таралды. |
| 2 |
| Шул тиклем күп кеше йыйылды, хатта ишек алдында урын да ҡалманы. Ғайса уларға Алла һүҙен вәғәзләне. |
| 3 |
| Шул ваҡыт дүрт кеше Уға паралич һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде. |
| 4 |
| Ләкин, халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, паралич һуҡҡан кешене, ятҡан түшәге менән, шул тишектән төшөрҙөләр. |
| 5 |
| Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: — Улым, һинең гонаһтарың кисерелде! — тине. |
| 6 |
| Унда бер нисә ҡанун белгесе ултыра ине. Улар эстән генә: |
| 7 |
| — Нимә һөйләй Ул? Был бит көфөр һүҙ! Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала? — тип уйланы. |
| 8 |
| Ғайса шунда уҡ Үҙ рухы менән уларҙың фекерен һиҙеп былай тине: — Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ? |
| 9 |
| Паралич һуҡҡан кешегә нимә тип әйтеү еңелерәк: «Һинең гонаһтарың кисерелде», — типме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», — типме? |
| 10 |
| Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. |
| 11 |
| — Шунан Ғайса паралич һуҡҡан кешегә өндәште: — Һиңә әйтәм, тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт! |
| 12 |
| Теге шунда уҡ торҙо ла, түшәген алып, бөтөн кеше алдында сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап: — Беҙҙең бының кеүекте бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, — тиештеләр. |
| 13 |
| Ғайса тағы күл буйына сыҡты. Бөтә кеше Уның янына килде һәм Ғайса уларҙы өйрәтте. |
| 14 |
| Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфей улы Левийҙы күреп: — Миңә эйәр! — тине. Левий, тороп, Уның артынан китте. |
| 15 |
| Бына Ғайса Левийҙың өйөндә табында ултыра. Өҫтәл артында Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бергә күп кенә һалым йыйыусылар, башҡа гонаһлылар ҙа бар ине. Улар күпләп Ғайсаға эйәргәйне. |
| 16 |
| Фарисейҙар араһындағы ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырыуын күреп, Уның шәкерттәренә: — Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табындан ашай ала? — тинеләр. |
| 17 |
| Ғайса быны ишетеп: — Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем, — тине. |
| 18 |
| Бер көндө, Яхъяның шәкерттәре һәм фарисейҙар ураҙа тотҡанда, ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға килеп: — Ни өсөн Яхъяның да, фарисейҙарҙың да шәкерттәре ураҙа тота, ә Һинекеләр тотмай? — тип һоранылар. |
| 19 |
| Ғайса уларға былай яуап бирҙе: — Кейәү үҙҙәре менән бергә булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ураҙа тотормо? Кейәү араларында икән, әлбиттә, ураҙа тотмаҫтар. |
| 20 |
| Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, шул ваҡытта улар ураҙа тотор. |
| 21 |
| Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай. Юғиһә, яңы ямаулыҡ ултырып, иҫке кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр. |
| 22 |
| Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә, шарап турһыҡты йыртыр ҙа, шарап та, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. |
| 23 |
| Бер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Шәкерттәре юл ыңғайында башаҡтарҙы өҙә башланы. |
| 24 |
| Фарисейҙар Ғайсанан: — Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә ярамағанды эшләйҙәр? — тип һораны. |
| 25 |
| Ғайса уларҙан: — Мохтаж сағында, үҙе лә, янындағылар ҙа асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? — тип һораны. |
| 26 |
| Ул, иң баш рухани Авиафар осоронда, Алла Йортона ингән. Руханиҙарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәгән, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған, янындағыларға ла биргән. |
| 27 |
| Шунан Ғайса уларға: — Кеше шәмбе көн өсөн түгел, ә шәмбе көн кеше өсөн яратылған, — тине. — |
| 28 |
| Шуға күрә Әҙәм Улы шәмбе көнөнөң дә хужаһы. |
|
| Сохранить Заметки |
https://beblia.bible:81/BibleAudio/bashkir/mark/002.mp3
16
2