|
| 1 |
|
| Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барған. Фарисейҙар Уны күҙәткән. |
|
| 2 |
|
| Уның алдына һары һыу ауырыуынан яфа сигеүсе бер кеше килеп баҫҡан. |
|
| 3 |
|
| — Ҡанун буйынса, шәмбе көнө дауаларға яраймы? — тип һораған Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан. |
|
| 4 |
|
| Тегеләре өндәшмәгән. Ә Ғайса, ауырыу кешене ҡосағына алып, уны һауыҡтырған, өйөнә ҡайтарып ебәргән. |
|
| 5 |
|
| Ғайса уларҙан: — Берегеҙҙең улы йәки үгеҙе ҡоҙоҡҡа ҡолап төшһә, шәмбе көн булһа ла шунда уҡ тартып сығармаҫ инегеҙме? — тип һораған. |
|
| 6 |
|
| Тегеләр Ғайсаның был һорауына яуап бирә алмаған. |
|
| 7 |
|
| Саҡырылған ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә урынды түрҙән алыуҙарын күреп, Ғайса уларға былай тигән: |
|
| 8 |
|
| — Берәү һине мәжлескә саҡырһа, түрҙәге урынға ултырма, сөнки һиңә ҡарағанда хөрмәтлерәк кешенең саҡырылған булыуы ихтимал. |
|
| 9 |
|
| Һине лә, уны ла саҡырған хужа эргәңә килеп: «Урыныңды был кешегә бир», — тип әйтер. Шул саҡта һин, оятҡа ҡалып, ишек төбөндәге урынға барып ултырырға мәжбүр булырһың. |
|
| 10 |
|
| Киреһенсә, мәжлескә саҡырылһаң, килгәс ишек янынан урын ал, шунда хужа эргәңә килеп: «Дуҫ, түргәрәк күсеп ултыр», — тип әйтер. Шул саҡ һинең менән бергә мәжлестә ултырыусыларҙың бөтәһе алдында ихтирамың артыр. |
|
| 11 |
|
| Үҙен башҡаларға ҡарағанда өҫтөн ҡуйған һәр кем түбәнһетелер, ә үҙен түбәнһеткән — күтәрелер. |
|
| 12 |
|
| Ғайса үҙен ашҡа саҡырған кешегә лә өндәшкән: — Төшкө йәки киске ашҡа дуҫтарыңды ла, ағай-энеләреңде лә, туғандарыңды ла, бай күршеләреңде лә саҡырма. Юҡһа улар ҙа һине үҙҙәренә ашҡа саҡырыр һәм шуның менән яҡшылығың кире ҡайтарылыр. |
|
| 13 |
|
| Табын йыяһың икән, фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы саҡыр, |
|
| 14 |
|
| ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө иһә һиңә ҡайтарылып бирелер. |
|
| 15 |
|
| Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Уның менән ултырғандарҙың береһе: — Алла Батшалығындағы табындан ашаясаҡ кеше бәхетле! — тигән. |
|
| 16 |
|
| Ғайса иһә уға былай тип яуап биргән: — Бер кеше ҙур табын әҙерләп күп ҡунаҡ саҡырған. |
|
| 17 |
|
| Ашар мәл еткәс, үҙенең хеҙмәтсеһен ҡунаҡтарға: «Килегеҙ, табын әҙер инде», — тип әйтергә ебәргән. |
|
| 18 |
|
| Бөтәһе лә, һүҙ ҡуйышҡан кеүек, ғәфү үтенә башлаған. Беренсеһе: «Ер һатып алғайным, шуны барып ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», — тигән. |
|
| 19 |
|
| Икенсеһе: «Биш пар эш үгеҙе һатып алғайным, уларҙы һынап ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», — тигән. |
|
| 20 |
|
| Өсөнсөһө: «Мин өйләндем, шуның өсөн бара алмайым», — тигән. |
|
| 21 |
|
| Хеҙмәтсе, ҡайтҡас, был хаҡта хужаһына һөйләп биргән. Хужа асыуланған һәм хеҙмәтсеһен: «Бар, йәһәт кенә ҡала майҙандарынан һәм тыҡрыҡтарҙан фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, һуҡырҙарҙы һәм аҡһаҡтарҙы йыйып алып ҡайт», — тип сығарып ебәргән. |
|
| 22 |
|
| Хеҙмәтсе әйләнеп ҡайтҡас: «Хужам, һинең әмерең үтәлде, әммә буш урындар ҡалды әле», — тигән. |
|
| 23 |
|
| Хужа хеҙмәтсеһенә: «Бар, ҡала ситендәге юлдарға, һуҡмаҡтарға сыҡ, кешеләрҙе бында килергә күндер, өйөм тулы булһын, — тип бойорған. — |
|
| 24 |
|
| Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡтан татый алмаҫ». |
|
| 25 |
|
| Ғайса артынан күп халыҡ эйәргән, Ул былай тип мөрәжәғәт иткән: |
|
| 26 |
|
| — Минең яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Мине яратҡандан нығыраҡ яратһа, шәкертем була алмай. |
|
| 27 |
|
| Үҙенең арҡысағын күтәреп, артымдан эйәреп бармаған кеше шәкертем була алмай. |
|
| 28 |
|
| Әйтәйек, арағыҙҙан берәйһе манара төҙөргә теләй ти. Ул иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисаплап, төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алыу-алмауын самаламаймы ни? |
|
| 29 |
|
| Юғиһә, нигеҙен һалып та, уны төҙөп бөтөрә алмаһа, быны күргәндәрҙең барыһы ла: |
|
| 30 |
|
| «Был кеше төҙөй башланы ла, тамамлап ҡуя алманы», — тип көлөр. |
|
| 31 |
|
| Йәки берәй батша икенсе бер батшаға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнгән саҡта, ултырып, кәңәш ҡороп, ун меңлек ғәскәре менән егерме меңлек ғәскәргә ҡаршы торорлоҡ көскә эйәме, түгелме икәнлеге тураһында уйлап ҡарамаҫ инеме? |
|
| 32 |
|
| Көсө етмәҫлек булһа, теге батша алыҫта саҡта уҡ солох шарттары хаҡында килешер өсөн, илселәрен ебәрәсәк. |
|
| 33 |
|
| Шулай уҡ һеҙҙең һәр берегеҙ барлыҡ нәмәһенән баш тартмаһа, Минең шәкертем була алмаясаҡ. |
|
| 34 |
|
| Тоҙ яҡшы нәмә. Әммә үҙенең тәмен юғалтһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһың? |
|
| 35 |
|
| Ул баҫыу өсөн дә, тиреҫ өсөн дә яраҡһыҙға әйләнер һәм уны сығарып ташларҙар. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! |
|
|
|
|