|
| 1 |
|
| Һалым йыйыусылар менән башҡа гонаһлыларҙың байтағы, Ғайсаны тыңлау өсөн, Уның янына йыйылған. |
|
| 2 |
|
| Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: — Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, — тип һуҡранған. |
|
| 3 |
|
| Ғайса уларға ошондай ҡисса һөйләгән: |
|
| 4 |
|
| — Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе юғалды ти. Ул туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалған берәүһен тапҡансы эҙләмәҫме ни? |
|
| 5 |
|
| Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалыр, |
|
| 6 |
|
| өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», — тиер. |
|
| 7 |
|
| Һеҙгә шуны әйтәм: шул рәүешле, тәүбә итеүгә мохтаж булмаған туҡһан туғыҙ тәҡүә кеше өсөн шатланыуға ҡарағанда, тәүбә иткән гонаһлы бер кеше өсөн күктә шатлыҡ ҙурыраҡ булыр. |
|
| 8 |
|
| — Әгәр берәй ҡатындың ун көмөш тәңкәһе булып, береһен юғалтһа, майшәм яндырып, иҙәнен һепереп, уны тапҡансы ентекләп эҙләмәҫме? |
|
| 9 |
|
| Ә инде тапҡас, әхирәттәре менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, юғалтҡан тәңкәмде таптым», — тиер. |
|
| 10 |
|
| Һеҙгә шуны әйтәм: Алла фәрештәләре лә тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн шулай уҡ шатланыр. |
|
| 11 |
|
| Ғайса һөйләүен дауам иткән: — Бер кешенең ике улы булған. |
|
| 12 |
|
| Кесе улы атаһына: «Атай, мөлкәттең миңә тейешле өлөшөн бүлеп бир», — тигән. Атаһы мөлкәтен улдарына бүлеп биргән. |
|
| 13 |
|
| Бер нисә көн үткәс, кесе улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ юлға сығып киткән һәм, унда аҙғынлыҡҡа бирелеп, байлығын туҙҙырып бөтөргән. |
|
| 14 |
|
| Бөтөнөһөн пыран-заран килтергәндән һуң, был илгә ҡаты аслыҡ килгән һәм ул мохтажлыҡ кисерә башлаған. |
|
| 15 |
|
| Шул саҡ ул ошо илдең бер кешеһенә эшкә ялланған, был кеше уны яланға сусҡа көтөргә ебәргән. |
|
| 16 |
|
| Кесе ул шул тиклем асыҡҡан, хатта сусҡаларҙың аҙығын ашарға ла риза булыр кимәлгә еткән, әммә уға уныһын да бирмәгәндәр. |
|
| 17 |
|
| Шул саҡ ул аҡылына килеп: «Атайымдың ялсылары күп һәм уларҙың бөтәһенең дә туйғансы ашарлыҡ ризығы бар, ә мин бында астан үлеп барам. |
|
| 18 |
|
| Хәҙер үк ҡайтайым да уға: „Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым. |
|
| 19 |
|
| Инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен, мине ялсы итеп эшкә ал“, — тип әйтәйем», — тип уйлаған. |
|
| 20 |
|
| Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ уны атаһы күреп ҡалған һәм бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған. |
|
| 21 |
|
| Улы уға: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен», — тигән. |
|
| 22 |
|
| Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяҡтарына ҡаталар бирегеҙ, |
|
| 23 |
|
| һимертелгән берәй быҙауҙы салығыҙ, ашап-эсеп, күңел асайыҡ! |
|
| 24 |
|
| Минең улым үлгәйне — хәҙер терелде, юғалғайны — хәҙер табылды», — тип әйткән. Шунан улар күңел аса башлаған. |
|
| 25 |
|
| Атаның өлкән улы иһә ҡырҙа булған. Ҡайтышлай, өйөнә яҡынайып килгәндә, йыр һәм бейеү тауыштары ишеткән. |
|
| 26 |
|
| Хеҙмәтселәрҙең береһен саҡырып: «Бында нимә бара?» — тип һораған. |
|
| 27 |
|
| «Һинең ҡустың ҡайтты, атайың уны һау-сәләмәт күреүенә ҡыуанып, һимертелгән быҙау салдырҙы», — тигән уға хеҙмәтсе. |
|
| 28 |
|
| Өлкән улдың быға асыуы килгән һәм өйгә инергә теләмәгән. Атаһы сығып саҡырғас, |
|
| 29 |
|
| уға ул былай тигән: «Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм. Бойороғоңдо бер тапҡыр ҙа үтәмәй ҡалғаным юҡ. Шулай булһа ла, дуҫтарым менән күңел асырға бер тапҡыр кәзә бәрәсе лә бирмәнең. |
|
| 30 |
|
| Ә милкеңде аҙғын ҡатындар менән туҙҙырған был улың ҡайтҡас, уның өсөн хатта һимертелгән быҙау салғанһың!» |
|
| 31 |
|
| Атаһы уға: «Улым, һин һәр ваҡыт янымда, минең бар нәмәм — һинеке. |
|
| 32 |
|
| Был ҡустың үлгәйне — терелде, юғалғайны — табылды. Бына ошо ҡыуаныстан күңел асырға булдыҡ», — тигән. |
|
|
|
|