|
| 1 |
|
| Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тип һөйләгән: — Кешеләрҙе гонаһҡа этәреүсе ҡотҡо ҡотолғоһоҙ, әммә был ҡотҡоноң сәбәпсеһенә — ҡайғы. |
|
| 2 |
|
| Бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. |
|
| 3 |
|
| Нимә ҡылыуығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Яҡының һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит. |
|
| 4 |
|
| Көнөнә ете тапҡыр һиңә ҡаршы гонаһ ҡылып һәм ете тапҡыр яныңа килеп: «Ҡылғаныма үкенәм!» — тиһә, уны ғәфү ит. |
|
| 5 |
|
| Илселәр Раббы Ғайсаға: — Иманыбыҙҙы арттыр, — тигәндәр. |
|
| 6 |
|
| Раббы былай тигән: — Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», — тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине. |
|
| 7 |
|
| Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһынығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», — тип әйтер икән? |
|
| 8 |
|
| Киреһенсә, уға: «Ең һыҙғанып киске аш әҙерлә, ашап-эскән ваҡытымда миңә хеҙмәт күрһәтеп тор, шунан һуң ғына үҙең ашап-эсерһең», — тип әйтмәҫһегеҙме? |
|
| 9 |
|
| Ҡушҡандарҙы үтәгәне өсөн хеҙмәтсегеҙгә рәхмәт әйтерһегеҙме икән? |
|
| 10 |
|
| Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ бары тик хеҙмәтселәр генә, нимә эшләргә тейеш булһаҡ, шуны эшләнек», — тип әйтегеҙ. |
|
| 11 |
|
| Ғайса, Иерусалимға барышлай, Самария һәм Галилея араһындағы ерҙәр аша үткән. |
|
| 12 |
|
| Бер ауылға ингәндә, Уны махау сирле ун кеше ҡаршылаған. Улар алыҫта уҡ туҡтап, |
|
| 13 |
|
| көслө тауыш менән: — Ғайса Остаз! Беҙгә мәрхәмәтле булсы! — тип ҡысҡырған. |
|
| 14 |
|
| Ғайса уларҙы күргәс: — Барығыҙ, руханиҙарға күренегеҙ, — тигән. Махау сирлеләр унда барышлай уҡ таҙарынған. |
|
| 15 |
|
| Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та, кире ҡайтып, ҡысҡырып Алланы данлаған, |
|
| 16 |
|
| Ғайсаның аяҡтарына йығылып Уға рәхмәт әйткән. Был — Самария кешеһе булған. |
|
| 17 |
|
| Шул саҡ Ғайса: — Ун кеше таҙарынғайнығыҙ түгелме һуң? Туғыҙығыҙ ҡайҙа? |
|
| 18 |
|
| Сит халыҡтан булған был кешенән башҡалары, Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, кире килмәнеме ни? — тип һораған. |
|
| 19 |
|
| Ә теге кешегә: — Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, — тигән. |
|
| 20 |
|
| Фарисейҙар Ғайсанан Алла Батшалығының ҡасан килеүе тураһында һораған. — Алла Батшалығы күҙгә күренеп килмәҫ, — тип яуап биргән Ғайса. — |
|
| 21 |
|
| «Бына, бында Ул», йәки: «Ана, тегендә», — тип тә әйтмәҫтәр. Алла Батшалығы — һеҙҙең арағыҙҙа. |
|
| 22 |
|
| Ғайса шәкерттәренә былай тигән: — Әҙәм Улы көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ. |
|
| 23 |
|
| Һеҙгә: «Ул бына бында», йәки: «Ул тегендә», — тип әйтерҙәр — бармағыҙ ҙа, улар артынан йөрөмәгеҙ ҙә. |
|
| 24 |
|
| Йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтырап киткән кеүек, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр. |
|
| 25 |
|
| Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер. |
|
| 26 |
|
| Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән көндәрҙә лә шулай буласаҡ. |
|
| 27 |
|
| Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән. |
|
| 28 |
|
| Лот көндәрендә лә шулай булған: кешеләр ашаған, эскән, һатып алған һәм һатып ебәргән, сәскән, төҙөгән. |
|
| 29 |
|
| Әммә Лот Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән. |
|
| 30 |
|
| Әҙәм Улы килеп күренгән көндә лә шулай буласаҡ. |
|
| 31 |
|
| Ул көндө үҙе өй ҡыйығында булып, әйберҙәре аҫта ҡалған кеше уларҙы алырға тип төшмәһен, шулай уҡ кем баҫыуҙа булһа, өйөнә ҡайтмаһын. |
|
| 32 |
|
| Лоттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. |
|
| 33 |
|
| Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша, ул уны юғалтыр; ә кем йәнен юғалта, уны һаҡлап алып ҡалыр. |
|
| 34 |
|
| Һеҙгә әйтәм: ул төндә бер түшәктә ятҡан ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. |
|
| 35 |
|
| [35-36] Бергә ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. |
|
| 36 |
|
| *** |
|
| 37 |
|
| Ғайсаның был һүҙҙәренән һуң шәкерттәре: — Хужабыҙ, был хәл ҡайҙа булыр? — тип һораған. — Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр, — тигән Ғайса. |
|
|
|
|