Инжил Башҡортча 2014
|
| 1 |
| Ул көндәрҙә Август ҡайсар тарафынан тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороҡ бирелгән. |
| 2 |
| Был халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр, Сүриә менән Квириний идара иткән мәлдә үткәрелгән. |
| 3 |
| Иҫәпкә алыныр өсөн һәр береһе үҙ ҡалаһына киткән. |
| 4 |
| Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Вифлеемға — Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланған, сөнки Дауыт нәҫеленән булған. |
| 5 |
| Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барған. Мәрйәм ауырлы булған. |
| 6 |
| Улар Вифлеемда саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле еткән. |
| 7 |
| Мәрйәм үҙенең беренсе балаһын — Улын тыуҙырған. Ул Уны, йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалған, сөнки ҡунаҡханала урын булмаған. |
| 8 |
| Бер нисә көтөүсе ошо төндә шул тирәләге яланда һарыҡ көткән. |
| 9 |
| Ҡапыл улар алдында Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булған һәм уларҙы Раббының данлы балҡыуы солғап алған. Көтөүселәр бик ныҡ ҡурҡҡан. |
| 10 |
| — Ҡурҡмағыҙ! — тигән уларға фәрештә. — Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем: |
| 11 |
| Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул — Мәсих, Раббы. |
| 12 |
| Бына ошо билдә аша һеҙ Баланы танырһығыҙ: Ул мал утлыҡсаһында биләүле ятыр. |
| 13 |
| Ҡапыл фәрештә янында бик күп фәрештәләр — күк ғәскәре — пәйҙә булған, улар Алланы данлаған: |
| 14 |
| — Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алланың Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләренә ерҙә именлек булһын! |
| 15 |
| Фәрештәләр күккә күтәрелгәндән һуң, көтөүселәр бер-береһенә: — Әйҙәгеҙ, Вифлеемға барайыҡ, Раббы әйткән урында булып, был хәлде күрәйек, — тигәндәр. |
| 16 |
| Улар ашығып Вифлеемға килгән, унда Мәрйәм менән Йософто һәм мал утлыҡсаһында ятҡан Баланы тапҡан. |
| 17 |
| Сабыйҙы күргәс, Уның тураһында үҙҙәренә хәбәр ителгәнде һөйләп биргәндәр. |
| 18 |
| Көтөүселәрҙең һөйләгәнен тыңлап тороусыларҙың барыһы ла хайран ҡалған. |
| 19 |
| Мәрйәм иһә быларҙың бөтәһен дә йөрәгенә һалып ҡуйған һәм шул хаҡта уйлап йөрөгән. |
| 20 |
| Көтөүселәр, ишеткән һәм күргәндәренең барыһы өсөн дә Алланы данлап һәм маҡтап, көтөүҙәре янына ҡайтҡан. Барыһы ла фәрештә әйткәнсә булған. |
| 21 |
| Һигеҙ көн үтеп, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡушҡандар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргән булған. |
| 22 |
| Муса ҡануны буйынса таҙарыныу йолаһын үтәү ваҡыты еткәс, Раббы алдына килтереү өсөн, Мәрйәм менән Йософ Баланы Иерусалимға алып барған, |
| 23 |
| сөнки Раббының ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Раббыға бағышланырға тейеш», — тип яҙылған. |
| 24 |
| Шулай уҡ, Раббы ҡанунында әйтелгәнсә, ике урман күгәрсенен йәки ике күгәрсен балаһын ҡорбан итеп килтерергә тейеш булғандар. |
| 25 |
| Ошо ваҡытта Иерусалимда Симеон исемле тәҡүә һәм Алланы ололаусы бер кеше йәшәгән. Ул Израилгә йыуаныс килерен көтөп ғүмер иткән, Изге Рух менән һуғарылған булған. |
| 26 |
| Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә, үлмәйәсәкһең», — тип әйткән. |
| 27 |
| Симеон Изге Рухтың ҡушыуы буйынса Алла Йортона килгән. Атаһы менән әсәһе Муса ҡанунында бойоролғанды үтәү өсөн Баланы Алла Йортона алып килгәс, Ул |
| 28 |
| Сабыйҙы ҡулдарына алған да, Алланы данлап былай тигән: |
| 29 |
| — Хәҙер инде, Хаким, Һиңә хеҙмәт итеүсе был донъянан именлек менән китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең. |
| 30 |
| Мин Һинең ҡотолоуыңды үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, |
| 31 |
| уны Һин бөтә халыҡтар алдында әҙерләнең. |
| 32 |
| Ул — мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ һәм Һинең Израиль халҡыңдың Даны. |
| 33 |
| Ғайсаның атаһы менән әсәһе Симеондың Бала тураһында әйткән һүҙҙәренә ғәжәпкә ҡалған. |
| 34 |
| Симеон уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: — Был Бала, Израилдә күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булһын өсөн, илаһи билдә итеп һайланған. Был билдәне кире ҡағырҙар, |
| 35 |
| шул сәбәпле күптәрҙең йөрәктәрендәге уй-фекерҙәре асылыр. Ә һинең үҙеңдең күңелең аша ҡылыс үткәндәй булыр, — тигән. |
| 36 |
| Унда Асир нәҫеленән Фануилдың Анна исемле пәйғәмбәр ҡыҙы ла булған. Инде өлкән йәштәге был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп |
| 37 |
| тол ҡалған һәм уға әле һикһән дүрт йәш булған. Анна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла Йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт иткән. |
| 38 |
| Ошо ваҡытта Анна, улар янына килеп, Алланы данлап, Иерусалимдың ҡотҡарылыуын көткән кешеләрҙең бөтәһенә лә Бала тураһында һөйләп биргән. |
| 39 |
| Мәрйәм менән Йософ, Раббы ҡануны талаптарының бөтәһен дә үтәгәс, Галилеялағы үҙҙәре йәшәгән Назара ҡалаһына ҡайтып киткән. |
| 40 |
| Бала иһә үҫкән, нығынған һәм зирәк аҡыл туплаған. Уға Алла Үҙенең фатихаһын биргән. |
| 41 |
| Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Иерусалимға Ҡотҡарылыу байрамына йөрөгән. |
| 42 |
| Ғайсаға ун ике йәш булғанда улар, ғәҙәттәгесә, байрамға киткән. |
| 43 |
| Байрам көндәре тамамланғас, Йософ менән Мәрйәм ҡайтыр юлға сыҡҡан, ә үҫмер Ғайса Иерусалимда тороп ҡалған. Атаһы менән әсәһе быны һиҙмәгән, |
| 44 |
| башҡалар менән бергә ҡайтып киләлер, тип уйлаған. Бер көнлөк юл үткәндән һуң, Уны туғандары һәм таныш-белештәре араһынан эҙләй башлағандар. |
| 45 |
| Таба алмағас, Ғайсаны эҙләп Иерусалимға кире килгәндәр. |
| 46 |
| Өс көндән һуң Уны Алла Йортонда тапҡандар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултырған. |
| 47 |
| Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған. |
| 48 |
| Атаһы менән әсәһе Уны күреп аптыраған. — Улым! — тигән әсәһе. — Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк. |
| 49 |
| — Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни? — тип яуап биргән Ғайса. |
| 50 |
| Ләкин атаһы менән әсәһе Уның әйткән һүҙҙәрен аңламаған. |
| 51 |
| Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтҡан һәм бар нәмәлә уларҙы тыңлаған. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡлаған. |
| 52 |
| Ғайса иһә үҫкән, аҡыл туплаған, Алланы ла, кешеләрҙе лә ҡыуандырған. |
|
| Сохранить Заметки |
https://beblia.bible:81/BibleAudio/bashkir/luke/002.mp3
24
2