Инжил Башҡортча 2014
|
| 1 |
| Ике көндән һуң Галилея өлкәһенең Кана ҡалаһында туй булды. Унда Ғайсаның әсәһе лә ҡатнашты. |
| 2 |
| Ғайса ла үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны. |
| 3 |
| Шарап етмәгәс, Уға әсәһе: — Быларҙың шарабы бөткән, — тине. |
| 4 |
| Ғайса: — Ниңә һин быны Миңә әйтәһең әле, ханым? Минең әлегә ваҡытым етмәгән, — тип яуап бирҙе. |
| 5 |
| — Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, — тине әсәһе хеҙмәтселәргә. |
| 6 |
| Унда йәһүдтәрҙең йолаһы буйынса пакланырға тип ҡуйылған һәр береһе ике йәки өс үлсәм һыу һыйҙырышлы алты таш киҫмәк бар ине. |
| 7 |
| Ғайса: — Киҫмәктәргә һыу тултырығыҙ, — тигәс, хеҙмәтселәр киҫмәктәрҙе мөлдөрәмә тултырып ҡуйҙы. |
| 8 |
| Шунан һуң Ғайса уларға: — Ә хәҙер һоҫоп алығыҙ ҙа туй башлығына илтеп бирегеҙ, — тине. Улар шулай эшләне. |
| 9 |
| Туй башлығы һыуҙы тәмләп ҡараны: ул шарапҡа әйләнгәйне. Башлыҡҡа был шараптың ҡайҙан икәнлеге мәғлүм түгел ине, быны һыуҙы һоҫоп алған хеҙмәтселәр генә белде, шуға күрә ул кейәүҙе янына саҡырып алып: |
| 10 |
| — Башта кеше яҡшы шарап бирә, ә инде етерлек эселгәс, насарырағын килтерә. Ә һин яҡшы шарапты иң аҙаҡҡа ҡалдырғанһың, — тине. |
| 11 |
| Был Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең бөйөклөгөн һәм ҡөҙрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды. |
| 12 |
| Бынан һуң Ул әсәһе, ҡустылары һәм шәкерттәре менән бергә Капернаум ҡалаһына барҙы. Унда улар бер нисә көнгә туҡталды. |
| 13 |
| Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡас, Ғайса Иерусалимға килде. |
| 14 |
| Ул, Алла Йортонда үгеҙ, һарыҡ, күгәрсен һатып тороусыларҙы һәм өҫтәл артында ултырған аҡса алмаштырыусыларҙы күргәс, |
| 15 |
| бауҙан сыбыртҡы ишеп алып, уларҙың бөтәһен дә үгеҙ-һарыҡтары менән бергә Алла Йортонан ҡыуа башланы; аҡса алмаштырыусыларҙың аҡсаларын сәсеп ебәрҙе, өҫтәлдәрен ауҙарҙы. Күгәрсен һатыусыларға: |
| 16 |
| — Быларҙы бынан алығыҙ! Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ! — тине. |
| 17 |
| Шунда уның шәкерттәре Изге Яҙмала әйтелгән: «Мине Һинең Йортоңа булған мөхәббәт ғазап сиктерә», — тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө. |
| 18 |
| Йәһүд башлыҡтары Ғайсанан: — Бындай эшкә вәкәләтең барлығын Һин беҙгә ниндәй мөғжизә менән иҫбат итә алаһың? — тип һораны. |
| 19 |
| — Бынау Алла Йортон емереп ташлағыҙ, Мин уны өс көндә торғоҙасаҡмын, — тине Ғайса. |
| 20 |
| Йәһүдтәр: — Был Йорт ҡырҡ алты йыл төҙөлдө, Һин уны өс көндә генә торғоҙмаҡсы булаһыңмы? — тинеләр. |
| 21 |
| Әммә Ғайса, «бынау Алла Йортон» тигәндә Үҙенең тәнен күҙ уңында тотҡайны. |
| 22 |
| Ул үленән терелеп торғандан һуң, шәкерттәре Уның ошо хаҡта әйткәнен иҫтәренә төшөрөп, Изге Яҙмаға ла, Ғайсаның һүҙҙәренә лә ышанды. |
| 23 |
| Ҡотҡарылыу байрамында Уның Иерусалимда күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды. |
| 24 |
| Әммә Ул, бар кешене белеп торғанлыҡтан, уларға ышанманы. |
| 25 |
| Кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә Уның ихтыяжы булманы. Кеше күңелендә ни барлығын Ул Үҙе белә ине. |
|
| Сохранить Заметки |
https://beblia.bible:81/BibleAudio/bashkir/john/002.mp3
21
2