|
| 1 |
|
| Ике көндән һуң Галилея өлкәһенең Кана ҡалаһында туй булды. Унда Ғайсаның әсәһе лә ҡатнашты. |
|
| 2 |
|
| Ғайса ла Үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны. |
|
| 3 |
|
| Шарап етмәгәс, Уға әсәһе: – Быларҙың шарабы бөткән, – тине. |
|
| 4 |
|
| Ғайса: – Ниңә һин быны Миңә әйтәһең? Минең әлегә сәғәтем етмәгән, – тип яуап бирҙе. |
|
| 5 |
|
| – Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә. |
|
| 6 |
|
| Унда йәһүдтәрҙең йолаһы буйынса таҙарынырға тип ҡуйылған һәр береһе ике йәки өс үлсәм һыу һыйҙырышлы алты таш киҫмәк бар ине. |
|
| 7 |
|
| Ғайса: – Киҫмәктәргә һыу тултырығыҙ, – тигәс, хеҙмәтселәр киҫмәктәрҙе мөлдөрәмә тултырып ҡуйҙы. |
|
| 8 |
|
| Шунан һуң Ғайса уларға: – Ә хәҙер һоҫоп алығыҙ ҙа туй башлығына илтеп бирегеҙ, – тине. Улар шулай эшләне. |
|
| 9 |
|
| Туй башлығы һыуҙы тәмләп ҡараны: ул шарапҡа әйләнгәйне. Башлыҡҡа был шараптың ҡайҙан икәнлеге мәғлүм түгел ине, быны һыуҙы һоҫоп алған хеҙмәтселәр генә белде, шуға күрә ул кейәүҙе янына саҡырып алып: |
|
| 10 |
|
| – Башта кеше яҡшы шарап бирә, ә инде бөтәһе лә эсеп иҫергәс, насарырағын килтерә. Ә һин яҡшы шарапты иң аҙаҡҡа ҡалдырғанһың, – тине. |
|
| 11 |
|
| Был – Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең шөһрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды. |
|
| 12 |
|
| Бынан һуң Ул әсәһе, ҡустылары һәм шәкерттәре менән бергә Капернаум ҡалаһына китте. Унда улар бер нисә көнгә туҡталды. |
|
| 13 |
|
| Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡас, Ғайса Йәрүсәлимгә килде. |
|
| 14 |
|
| Ул, Алла йортонда үгеҙ, һарыҡ, күгәрсен һатып тороусыларҙы һәм өҫтәл артында ултырған аҡса алмаштырыусыларҙы күргәс, |
|
| 15 |
|
| бауҙан сыбыртҡы ишеп алып, уларҙың бөтәһен дә үгеҙ-һарыҡтары менән бергә Алла йортонан ҡыуа башланы; аҡса алмаштырыусыларҙың аҡсаларын сәсеп, өҫтәлдәрен ауҙарып ебәрҙе. Күгәрсен һатыусыларға: |
|
| 16 |
|
| – Быларҙы бынан алығыҙ! Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ! – тине. |
|
| 17 |
|
| Шунда Уның шәкерттәре Изге Яҙмалағы: «Һинең йортоң өсөн йән атып, янып-көйәм мин», – тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө. |
|
| 18 |
|
| Йәһүд башлыҡтары Ғайсанан: – Бындай эшкә вәкәләтең барлығын Һин беҙгә ниндәй мөғжизә менән иҫбат итә алаһың? – тип һораны. |
|
| 19 |
|
| – Бынау Алла йортон емереп ташлағыҙ, Мин уны өс көндә торғоҙасаҡмын, – тине Ғайса. |
|
| 20 |
|
| Йәһүдтәр: – Был Йорт ҡырҡ алты йыл төҙөлдө, Һин уны өс көндә генә торғоҙмаҡсы булаһыңмы? – тинеләр. |
|
| 21 |
|
| Әммә Ғайса, «бынау Алла йортон» тигәндә Үҙенең тәнен күҙ уңында тотҡайны. |
|
| 22 |
|
| Ул үленән терелеп торғандан һуң, шәкерттәре, Уның ошо хаҡта әйткәнен иҫтәренә төшөрөп, Изге Яҙмаға ла, Ғайсаның һүҙҙәренә лә ышанды. |
|
| 23 |
|
| Ҡотҡарылыу байрамында Уның Йәрүсәлимдә күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды. |
|
| 24 |
|
| Әммә Ул, бар кешене белеп торғанлыҡтан, уларға ышанманы. |
|
| 25 |
|
| Кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә Уның ихтыяжы булманы. Кеше күңелендә ни барлығын Ул Үҙе белә ине. |
|
|
|
|