|
| 1 |
|
| Аҙнаның беренсе көнөндә таң менән, әле ҡараңғы ваҡытта уҡ, магдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ауыҙына терәтелгән таштың ситкә алып ташланыуын күрҙе. |
|
| 2 |
|
| Ул Симон Петрға һәм Ғайсаның теге яратҡан шәкерте янына йүгереп барып уларға: — Хужабыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр. Ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ, — тине. |
|
| 3 |
|
| Петр менән әлеге шәкерт ҡәбер янына китте. |
|
| 4 |
|
| Улар икеһе лә йүгереп барҙы, әммә шәкерт Петрға ҡарағанда шәберәк йүгерҙе, алданыраҡ барып етте. |
|
| 5 |
|
| Эйелеп эскә ҡарағас, ул унда ятҡан кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне. |
|
| 6 |
|
| Уның артынса Симон Петр ҙа килеп етте. Ул, мәмерйә эсенә инеп, унда ятҡан кәфенде |
|
| 7 |
|
| һәм Ғайсаның башына уралған яулыҡты күрҙе. Әммә яулыҡ кәфен менән бергә түгел, ә урап ҡуйылғанса, үҙ урынында айырым ята ине. |
|
| 8 |
|
| Шунда ҡәбер янына алданыраҡ йүгереп килгән шәкерт тә эскә инде, ул барыһын да күрҙе һәм ышанды. |
|
| 9 |
|
| Улар Ғайсаның үленән тереләсәге тураһында Изге Яҙмала әйтелгәнде аңламайҙар ине әле. |
|
| 10 |
|
| Шунан һуң шәкерттәр өйҙәренә ҡайтты. |
|
| 11 |
|
| Ә Мәрйәм тышта ҡәбер янында илап ҡалды. Ул илай-илай ҡәбер эсенә эйелеп ҡараны һәм |
|
| 12 |
|
| унда аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш осонда, икенсеһе аяҡ осонда ултыра ине. Улар: |
|
| 13 |
|
| — Ханым! Ниңә илайһың? — тип һораны. — Хужамды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, — тине Мәрйәм. |
|
| 14 |
|
| Шулай тигәндән һуң артына боролоп ҡараны, унда баҫып торған Ғайсаны күрҙе, әммә Уны таныманы. |
|
| 15 |
|
| — Һеңлем, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? — тине уға Ғайса. Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап: — Әфәндем! Уны һин алып киткән булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин барып алырмын, — тине. |
|
| 16 |
|
| Ғайса уға: — Мәрйәм! — тип өндәште. Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә: — Раббуни (йәғни Остаз)! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. |
|
| 17 |
|
| — Мине тотма! — тине Ғайса, — Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм». |
|
| 18 |
|
| Магдалалы Мәрйәм шәкерттәргә барып: — Мин Хужабыҙҙы күрҙем, — тине һәм Ғайсаның әйткәндәрен һөйләп бирҙе. |
|
| 19 |
|
| Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп йыйылып ултыралар ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып: — Именлек һеҙгә! — тине. |
|
| 20 |
|
| Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды. |
|
| 21 |
|
| Ғайса тағы: — Именлек һеҙгә! — тип ҡабатланы. — Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм. |
|
| 22 |
|
| Шулай тигәс, һулышын уларға өрөп: — Изге Рухты ҡабул итегеҙ! |
|
| 23 |
|
| Кемдең гонаһтарын кисерһәгеҙ, шуныҡы кисерелер; кемдекен кисермәйһегеҙ, уныҡы кисерелмәҫ, — тине. |
|
| 24 |
|
| Ғайса килгәндә ун икенең береһе, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, улар янында юҡ ине. |
|
| 25 |
|
| Башҡа шәкерттәр уға: — Беҙ Хужабыҙҙы күрҙек! — тинеләр. Ә ул уларға: — Уның ҡулдарындағы ҡаҙаҡтан алған яраларын күрмәйенсә, шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһындағы йәрәхәткә ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, ышанмаясаҡмын, — тип яуапланы. |
|
| 26 |
|
| Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылып ултырғанда, Фома ла улар янында ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып: — Именлек һеҙгә! — тине. |
|
| 27 |
|
| Унан Фомаға: — Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә тей! Башҡаса шикләнмә һәм ышан, — тине. |
|
| 28 |
|
| — Минең Раббым һәм минең Аллам! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Фома. |
|
| 29 |
|
| Ғайса уға: — Һин Мине күргәнгә күрә ышандың. Мине күрмәйенсә иман тотоусылар бәхетле, — тине. |
|
| 30 |
|
| Ғайса шәкерттәре алдында был китапта яҙылмаған башҡа бик күп мөғжизәләр ҙә күрһәтте. |
|
| 31 |
|
| Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына һеҙ инанһын өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә тормош булһын өсөн яҙылды. |
|
|
|
|