|
| 1 |
|
| Ошо хәлдәрҙән һуң Ғайса Тивериада күле буйында шәкерттәренә тағы күренде. Уның күренеүе былай булды: |
|
| 2 |
|
| Симон Петр, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, Галилеяның Кана ҡалаһынан Нафанаил, Зеведейҙың улдары һәм йәнә ике шәкерт бергә йыйылғайны. |
|
| 3 |
|
| Симон Петр: — Мин балыҡ тоторға барам, — тигәс: — Беҙ ҙә һинең менән барабыҙ, — тине бүтән шәкерттәр. Улар кәмәгә ултырып йөҙөп китте, ләкин ул төндә бер нәмә лә тота алманылар. |
|
| 4 |
|
| Таң атҡанда яр буйында Ғайса баҫып тора ине, әммә шәкерттәре Уны таныманы. |
|
| 5 |
|
| — Дуҫтар! Ашарлыҡ берәй нәмә тота алдығыҙмы? — тип һораны Ғайса уларҙан. — Юҡ, — тине тегеләр. |
|
| 6 |
|
| Ғайса: — Ауҙы кәмәнең уң яғына һалығыҙ, тоторһоғоҙ, — тине. Улар шулай итте һәм эләккән балыҡтың күплегенән ауҙы тартып сығара алманылар. |
|
| 7 |
|
| Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте: — Был — беҙҙең Раббыбыҙ! — тине Петрға. «Раббыбыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, Симон Петр өҫ кейемен тәненә урап (ул кейенмәгән ине), кәмәнән һыуға һикерҙе. |
|
| 8 |
|
| Ә бүтән шәкерттәр, балыҡ тулған ауҙы йөҙ утыҙ аршын самаһы ғына алыҫлыҡтағы ярға һөйрәп сығарып, уның артынан кәмәлә йөҙөп китте. |
|
| 9 |
|
| Ярға сыҡҡас, улар усаҡтағы ҡуҙ өҫтөндә ятҡан балыҡты күрҙе. Усаҡ янында икмәк тә бар ине. |
|
| 10 |
|
| Ғайса уларға: — Тотҡан балыҡтарығыҙҙың аҙырағын бында алып килегеҙ, — тине. |
|
| 11 |
|
| Симон Петр кәмәгә инеп, эре-эре балыҡ тулған ауҙы ярға тартып сығарҙы. Унда йөҙ ҙә илле өс балыҡ бар ине. Шул тиклем күп балыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ау йыртылманы. |
|
| 12 |
|
| Ғайса шәкерттәренә: — Ашарға ултырығыҙ, — тине. Уларҙың береһе лә Унан: «Һин кем?» — тип һорарға баҙнат итмәне, сөнки Уның Раббы Ғайса икәнен аңлағайнылар инде. |
|
| 13 |
|
| Ғайса, яҡыныраҡ килеп, икмәкте ҡулына алды һәм уларға өләшеп сыҡты, шулай уҡ балыҡты ла таратып бирҙе. |
|
| 14 |
|
| Был инде Ғайсаның үлеп терелгәндән һуң шәкерттәренә өсөнсө тапҡыр күренеүе ине. |
|
| 15 |
|
| Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Симон Петрҙан: — Яхъя улы Симон! Һин Мине башҡа шәкерттәремә ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? — тип һораны. Петр: — Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, — тип яуапланы. Ғайса: — Минең бәрәстәремде ашатып тор, — тине |
|
| 16 |
|
| һәм икенсе тапҡыр: — Яхъя улы Симон! Һин Мине яратаһыңмы? — тип һораны. Петр Уға: — Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, — тип яуапланы. Ғайса: — Минең һарыҡтарымды көт, — тине |
|
| 17 |
|
| һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: — Яхъя улы Симон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? — тип һораны. Петр Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: — Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, — тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: — Минең һарыҡтарымды ашатып тор, — тине. — |
|
| 18 |
|
| Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: йәш сағыңда һин, үҙ-үҙеңде билбаулап, теләгән ереңә бара инең. Ә ҡартайғас, ҡулдарыңды ситкә һуҙырһың һәм, башҡа берәү һине билбаулап, теләмәгән ереңә алып китер. |
|
| 19 |
|
| Ул был һүҙҙәрҙе Петрҙың ниндәй үлем менән Алланы данлаясағын белдереп әйтте. Шунан һуң Ғайса уға: — Минең арттан бар! — тине. |
|
| 20 |
|
| Петр боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килеүен күрҙе. Был — киске аш табынында Ғайсаның эргәһендә ултырған һәм: «Хужам! Һиңә кем хыянат итәсәк?» — тип һораған шәкерт ине. |
|
| 21 |
|
| Петр уны күргәс: — Раббым! Уның менән ни буласаҡ? — тип һораны. |
|
| 22 |
|
| — Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, — тине Ғайса. |
|
| 23 |
|
| Бына нилектән имандаштар араһында: «Ул шәкерт үлмәйәсәк», тигән һүҙ таралды. Әммә Ғайса «ул үлмәйәсәк» тимәне, бары тик: «Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар?» — тип кенә әйтте. |
|
| 24 |
|
| Был ваҡиғалар тураһында һөйләп биргән һәм уларҙы яҙып алған шәкерт шуның үҙе ине. Һәм беҙ уның шаһитлығы хаҡ икәнлеген беләбеҙ. |
|
| 25 |
|
| Ғайса быларҙан башҡа ла күп эштәр башҡарҙы. Әгәр ҙә уларҙың һәммәһе бәйнә-бәйнә яҙылһа, ул китаптар донъяға һыймаҫ ине, тип уйлайым. |
|
|
|
|