Инжил Башҡортча 2014
|
| 1 |
| Шулай бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, доға ҡылыу ваҡытында, Петр менән Яхъя Алла Йортона килде. |
| 2 |
| Тыумыштан уҡ аҡһаҡ бер кешене һәр көн Алла Йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына алып килеп, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ултыртып китәләр ине. |
| 3 |
| Шул кеше, Петр менән Яхъяның Алла Йортона инеүен күреп, уларҙан хәйер һораны. |
| 4 |
| Былары уға иғтибар менән ҡарап алғас, Петр: — Беҙгә ҡара, — тине. |
| 5 |
| Теге кеше, ни ҙә булһа алырға өмөтләнеп, уларға баҡты. |
| 6 |
| Әммә Петр: — Минең алтын-көмөшөм юҡ, әммә нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса исеменән бойорам: тор һәм йөрөп кит! — тип, |
| 7 |
| уны уң ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Шунда уҡ ғәрип кешенең аяҡтары һәм бәкәлдәре нығынды. |
| 8 |
| Ул һикереп тороп атлай башланы, Алланы маҡтай-маҡтай, ырғып-һикереп йөрөнө, улар менән бергә Алла Йортона инде. |
| 9 |
| Бөтөн халыҡ был кешенең атлап киткәнен һәм Алланы маҡтағанын күрҙе. |
| 10 |
| Кешеләр уның Матур ҡапҡа янында хәйер һорашып ултырған әҙәм икәнен танығайны, шуға уның менән булған хәлгә хайран ҡалды. |
| 11 |
| Әлеге һауыҡҡан кеше Петр менән Яхъянан ҡалмағас, тамам аптыраған кешеләр улар янына Сөләймәндең бағаналы залы тип аталған залға йүгереп инде. |
| 12 |
| Петр, быны күргәс, халыҡҡа: — Израиль халҡы! Ниңә быға ғәжәпләнәһегеҙ? — тине. — Нилектән һеҙ беҙгә текләп ҡарап тораһығыҙ? Әллә уны беҙ үҙ ҡөҙрәтебеҙ йәки диндарлығыбыҙ менән һауыҡтырған тип уйлайһығыҙмы? |
| 13 |
| Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡубтың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн шулай күрһәтте, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ һәм, Пилат Уны азат итергә уйлағанда, Пилат алдында Унан баш тарттығыҙ. |
| 14 |
| Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ. |
| 15 |
| Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ, әммә Алла Уны терелтте. Беҙ — бының шаһиттары. |
| 16 |
| Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман һәммәгеҙҙең күҙ алдында уны тулыһынса һауыҡтырҙы. |
| 17 |
| — Хәҙер, туғандар, мин беләм: һеҙ, башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, — тип дауам итте Петр. — |
| 18 |
| Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барса пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы. |
| 19 |
| Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ. |
| 20 |
| Шулай итһәгеҙ, Раббынан йыуаныслы замандар килер, Ул һеҙгә алдан билдәләнгән Мәсихте — Ғайсаны ебәрер. |
| 21 |
| Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш. |
| 22 |
| Муса әйткән: « Раббы Аллағыҙ һеҙгә халҡығыҙ араһынан минең кеүек Пәйғәмбәр күтәрәсәк. Ул ни генә һөйләһә лә, һеҙ һәммәһен тыңларға тейешһегеҙ. |
| 23 |
| Ул Пәйғәмбәрҙең һүҙен тыңламаған кеше Алла халҡы араһынан юҡ ителәсәк». |
| 24 |
| Самуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте. |
| 25 |
| Һеҙ — пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Алла Ибраһимға: «Ер йөҙөндәге барлыҡ ҡәбиләләр һинең нәҫелең аша фатиха алыр», — тип аталарығыҙ менән килешеү төҙөгән. Ошо килешеүгә һеҙ ҙә инәһегеҙ. |
| 26 |
| Алла һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәрегеҙҙән аралап, фатихалау өсөн Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелтте һәм Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе, — тине Петр. |
|
| Сохранить Заметки |
https://beblia.bible:81/BibleAudio/bashkir/acts/003.mp3
28
3