Инжил Башҡортча 2014
|
| 1 |
| [1-2] Петр менән Яхъя халыҡты өйрәткән ваҡытта, улар янына руханиҙар, Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм саддукейҙар килде. Уларҙың Ғайсаның терелеүен миҫалға килтереп, үлеләрҙең тереләсәге тураһында вәғәз һөйләп торған илселәргә асыуҙары килеп, |
| 2 |
| *** |
| 3 |
| теге икәүҙе ҡулға алдылар. Инде кис булғанлыҡтан, иртәгәһе көнгәсә уларҙы һаҡ аҫтында тоттолар. |
| 4 |
| Тыңлап тороусыларҙың күбеһе илселәр һөйләгән вәғәзгә ышанды һәм иманға килеүсе ирҙәрҙең һаны биш меңгә етте. |
| 5 |
| Икенсе көндө Иерусалимда йәһүдтәрҙең башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. |
| 6 |
| Иң баш рухани Аннас, Каиафа, Яхъя, Искәндәр һәм баш рухани ырыуынан булған бүтәндәр ҙә шунда ине. |
| 7 |
| Петр менән Яхъяны уртаға баҫтырып, уларҙан: — Һеҙ быларҙың барыһын да ниндәй ҡөҙрәт менән һәм кем исеменән эшләнегеҙ? — тип һоранылар. |
| 8 |
| Шул ваҡыт Петр, Изге Рух менән һуғарылып: — Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! — тине. — |
| 9 |
| Әгәр ҙә ауырыу кешегә яҡшылыҡ күрһәтеү һәм уның нисек итеп сирҙән ҡотолоуы хаҡында бөгөн беҙҙән яуап алына икән, |
| 10 |
| һеҙҙең һәммәгеҙгә һәм бөтә Израиль халҡына мәғлүм булһын: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды. |
| 11 |
| Ғайса ул «һеҙ, төҙөүселәр, кире ҡаҡҡан һәм иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш». |
| 12 |
| Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ, — тине Петр. |
| 13 |
| Белемдәре аҙ булған был ябай ғына ике кешенең — Петр менән Яхъяның ҡыйыулығын күреп, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар бик ғәжәпләнде. Уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнлегенә хәҙер генә иғтибар иттеләр. |
| 14 |
| Һауыҡҡан кешенең дә улар янында тороуын күргәс, ҡаршы һүҙ әйтә алманылар һәм |
| 15 |
| уларға Кәңәшмәнән сығып торорға ҡуштылар. |
| 16 |
| — Был кешеләр менән нимә эшләргә? Улар ҡылған асыҡтан-асыҡ мөғжизә Иерусалимда йәшәүселәрҙең һәммәһенә билдәле, һәм беҙ быны инҡар итә алмайбыҙ. |
| 17 |
| Әммә ошо хаҡта халыҡ араһында артыҡ һүҙ таралмаһын өсөн, уларҙы киҫәтәйек: был исем тураһында бер ҡасан да кешеләргә һөйләмәһендәр, — тип үҙ-ара кәңәшләштеләр. |
| 18 |
| Петр менән Яхъяны саҡырып индерҙеләр ҙә, Ғайса исеменән һис ни һөйләмәҫкә һәм өйрәтмәҫкә ҡуштылар. |
| 19 |
| Әммә тегеләр: — Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алланың һүҙен тыңлауға ҡарағанда һеҙҙең һүҙҙе күберәк тыңлау Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы икән? |
| 20 |
| Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, — тип яуап бирҙе. |
| 21 |
| Тегеләр иһә, яза бирерлек сәбәп таба алмайынса, тағы бер тапҡыр янап, Петр менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине. |
| 22 |
| Һауығыу мөғжизәһен татыған теге кеше ҡырҡ йәштән уҙғайны инде. |
| 23 |
| Азат ителгәндән аҙаҡ Петр менән Яхъя, иптәштәре янына килеп, баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар әйткән һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе. |
| 24 |
| Иман тотоусылар иһә, быны ишеткәс, берҙәм рәүештә Аллаға доға ҡылды: — Хакимыбыҙ! Һин — күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтереүсе! |
| 25 |
| Изге Рух аша Үҙеңдең хеҙмәтсең, беҙҙең атабыҙ Дауыттан Һинең ошо һүҙҙәрең әйттерелде: «Ни өсөн мәжүсиҙәр ҡоторона, халыҡтар булмаҫтайҙы ниәт итә? |
| 26 |
| Ерҙәге батшалар, башлыҡтар, бергә йыйылып, Раббыға һәм Уның Мәсихенә ҡаршы күтәрелделәр». |
| 27 |
| [27-28] Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға — Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар. |
| 28 |
| *** |
| 29 |
| Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҙур ҡыйыулыҡ менән һөйләргә көс бир. |
| 30 |
| Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт. |
| 31 |
| Доға ҡылғандан һуң улар йыйылған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды. Ошо хәлдән аҙаҡ иман тотоусылар Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән һөйләй башланы. |
| 32 |
| Барлыҡ иман юлындағы кешеләр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Уларҙың береһе лә үҙ милкен минеке тип әйтмәне, бөтөн нәмә уртаҡ ине. |
| 33 |
| Илселәр иһә Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуына ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың һәммәһенә Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо. |
| 34 |
| Иман тотоусылар араһында бер кем дә мохтажлыҡ кисермәне, сөнки ерҙәре йәки өйҙәре булғандары, уларҙы һатып, аҡсаһын |
| 35 |
| илселәр ҡарамағына тапшыралар ине. Һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бирелде. |
| 36 |
| Мәҫәлән, илселәр Варнава (йәғни «Йыуаныс улы») тип йөрөткән, Кипрҙа тыуған Йософ исемле бер левит, |
| 37 |
| үҙенең ерен һатып, аҡсаһын илселәргә алып килеп бирҙе. |
|
| Сохранить Заметки |
https://beblia.bible:81/BibleAudio/bashkir/acts/004.mp3
28
4