|
| 1 |
|
| Шуға күрә, дуҫым, бүтәндәрҙе хөкөм итеүең менән генә үҙеңде аҡлай алмаҫһың, башҡаларҙың ҡылғанын хөкөм итеүең менән үҙеңде лә хөкөмгә дусар итәһең, сөнки үҙең дә шул уҡ эштәрҙе башҡараһың. |
|
| 2 |
|
| Беҙ иһә беләбеҙ: ундай эштәрҙе ҡылыусыларға Алла хаҡлы хөкөмөн бирә. |
|
| 3 |
|
| Һин уларҙы, дуҫым, хөкөм итеп, үҙең дә шуны уҡ эшләйһең, Алла хөкөмөнән ҡотолоп ҡалырмын, тип уйлайһыңмы? |
|
| 4 |
|
| Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло яҡшылығын, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы? |
|
| 5 |
|
| Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында Алланың ғәҙел хөкөмө асыласаҡ асыу көнөнә Уның нәфрәтен үҙеңдә туплайһың. |
|
| 6 |
|
| Ул һәр кемгә ҡылған эшенә ҡарап өлөш сығарасаҡ: |
|
| 7 |
|
| сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк, |
|
| 8 |
|
| үҙен генә хәстәрләп, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға иһә Алла Үҙ ярһыуын һәм асыуын төшөрәсәк. |
|
| 9 |
|
| Эйе, яуызлыҡ ҡылыусы һәр кемгә — тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға — михнәт һәм ҡайғы. |
|
| 10 |
|
| Ә изгелек ҡылыусы һәр кемгә, иң тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға — дан, хөрмәт һәм именлек. |
|
| 11 |
|
| Сөнки Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ. |
|
| 12 |
|
| Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк буласаҡ, ә уны белә тороп та гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителәсәк. |
|
| 13 |
|
| Алла ҡанунды ишетеүселәрҙе түгел, ә уны үтәүселәрҙе аҡлаясаҡ. |
|
| 14 |
|
| Ҡануны булмаған халыҡтар, тәбиғи тойомдары менән ҡанун талаптарын башҡарғанлыҡтан, ҡанунһыҙ булһалар ҙа, нимә эшләргә ярай, нимә юҡ икәнен беләләр. |
|
| 15 |
|
| Был иһә ҡанун талаптарының уларҙың йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә, быны выждандары һәм ҡайһы саҡта ғәйепләгән, ә ҡайһы ваҡыт аҡлаған уй-фекерҙәре раҫлай. |
|
| 16 |
|
| Был, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәргә ярашлы, Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша хөкөм итәсәк көндә билдәле буласаҡ. |
|
| 17 |
|
| Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың, |
|
| 18 |
|
| ҡанунды өйрәнеп, Алланың ихтыярын беләһең һәм яманды яҡшынан айыра алаһың. |
|
| 19 |
|
| Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ, |
|
| 20 |
|
| аңһыҙҙарҙың тәрбиәсеһе, наҙандарҙың уҡытыусыһы тип һанайһың, сөнки белем менән хәҡиҡәт тупланмаһы булған ҡанунға эйәһең. |
|
| 21 |
|
| Шулай булғас, ни өсөн һуң башҡаларҙы өйрәтәһең, ә үҙеңде үҙең өйрәтмәйһең? Урлашмауҙы вәғәзләйһең, ә үҙең урлайһың? |
|
| 22 |
|
| «Зина ҡылма» тиһең, ә үҙең зина ҡылаһың? Ялған илаһтарҙан ерәнәһең, ә уларға табына торған йорттарҙы талайһың? |
|
| 23 |
|
| Алла ҡануны менән маҡтанаһың, ә үҙең уны боҙоп, Алланы мәсхәрәләйһең? |
|
| 24 |
|
| Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Мәжүсиҙәр һеҙҙең кеүектәр арҡаһында Алла исемен мәсхәрәләй». |
|
| 25 |
|
| Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәткә ултыртылыуыңдың мәғәнәһе юҡ. |
|
| 26 |
|
| Шулай булғас, сөннәтһеҙ кеше ҡанун ҡағиҙәләрен үтәй икән, ул сөннәткә ултыртылған булып һаналмаймы? |
|
| 27 |
|
| Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәүсе, һин яҙылған ҡанунға һәм сөннәтлеккә эйә булһаң да, ҡанунды боҙғаның өсөн һине хөкөм итер. |
|
| 28 |
|
| Тышҡы яҡтан ғына йәһүд булған ысын йәһүд түгел әле, тән сөннәтен үтеү генә лә ысын сөннәт түгел. |
|
| 29 |
|
| Күңеле менән йәһүд булған ғына ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәккә үткән сөннәт кенә ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух аша ҡылына. Бындай йәһүдкә маҡтау кешеләрҙән түгел, ә Алланан килә. |
|
|
|
|