|
| 1 |
|
| Халҡыбыҙҙың нәҫел башлығы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште? |
|
| 2 |
|
| Ибраһим үҙенең эштәре менән аҡланғанмы һуң? Шулай икән, уның маҡтанырға хаҡы булған, әммә Алла алдында түгел. |
|
| 3 |
|
| Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән? «Ибраһим Аллаға ышанды һәм бының менән ул хаҡ һаналды». |
|
| 4 |
|
| Эшләгән кешегә түләнгән хеҙмәт хаҡы бүләк һымаҡ түгел, ә бирелергә тейешле әжер һанала. |
|
| 5 |
|
| Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә таянмайынса, динһеҙҙәрҙе аҡлаусы Аллаға инана икән, ул иманы менән хаҡ һанала. |
|
| 6 |
|
| Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тарафынан хаҡ тип иҫәпләнгән кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти: |
|
| 7 |
|
| «Яуыз эштәре кисерелгән, гонаһтары бөтөрөлгән кешеләр бәхетле. |
|
| 8 |
|
| Раббы тарафынан гонаһтары иҫәпкә алынмағандар бәхетле». |
|
| 9 |
|
| Шулай итеп, бәхетле булыу сөннәтлеләргә генә ҡағыламы, әллә сөннәтһеҙҙәргәләме? Беҙ: «Ибраһим үҙенең иманы менән хаҡ һаналды», — тинек. |
|
| 10 |
|
| Ҡасан һаналды? Сөннәтле булғасмы, әллә уға тиклемме? Сөннәтләнгәнгә тиклем, ә һуңынан түгел. |
|
| 11 |
|
| Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән хаҡ һаналыуҙы раҫлаусы билдә булды. Шуға ла ул сөннәтләнмәгән көйөнсә иман тотоп, хаҡ һаналыусы бөтөн кешеләрҙең рухи атаһы булды. |
|
| 12 |
|
| Ибраһим — шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың атаһы. |
|
| 13 |
|
| Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъя вариҫы булыу тураһындағы вәғәҙә ҡанун аша түгел, ә имандан килгән хаҡлыҡ аша бирелде. |
|
| 14 |
|
| Әгәр ҙә ҡанун тотоуға таяныусылар Алла вәғәҙә иткән мираҫты алһа, ул саҡта иман мәғәнәһен юғалтыр, вәғәҙә үҙе лә юҡҡа сығыр ине. |
|
| 15 |
|
| Ҡанун боҙолоуы Алланың асыуын тыуҙыра. Ҡанун булмаған ерҙә генә енәйәт тә булмай. |
|
| 16 |
|
| [16-17] Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», — тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә — ата. |
|
| 17 |
|
| *** |
|
| 18 |
|
| Ибраһим өмөтһөҙлөктә лә өмөт менән ышанды һәм: «Һинең тоҡомоң бихисап һанлы буласаҡ», — тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса күп халыҡтарҙың атаһы булды. |
|
| 19 |
|
| Йөҙ йәш тирәһендә тәненең инде үлеп барыуын һәм Сараның бала тыуҙырырға һәләтен юғалтыуын аңлаһа ла, иманда зәғифләнмәне. |
|
| 20 |
|
| Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә ул шикләнмәне, киреһенсә, иманда ныҡ булып, Алланы данланы. |
|
| 21 |
|
| Алланың биргән вәғәҙәһен үтәй алырына ныҡ ышанды. |
|
| 22 |
|
| Бына ни өсөн Ибраһим «хаҡ һаналды». |
|
| 23 |
|
| «Хаҡ һаналды» тигән һүҙ уға ҡарата ғына түгел, |
|
| 24 |
|
| беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға инанғанлыҡтан, Алла беҙҙе лә хаҡ һанар. |
|
| 25 |
|
| Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә тапшырылды һәм аҡланыуыбыҙ хаҡына үленән терелтелде. |
|
|
|
|