|
| 1 |
|
| Шуға күрә был юлы минең килеүем һеҙҙең күңелегеҙҙе төшөрөргә тейеш түгел, тип ҡарар иттем. |
|
| 2 |
|
| Әгәр һеҙҙе көйөндөрәм икән, ул ваҡытта аҙаҡ мине кем һөйөндөрөр һуң? Эйе, көйөндөргән һеҙҙән башҡа мине кем һөйөндөрөр?! |
|
| 3 |
|
| Килгәс, ҡыуандырырға тейешле кешеләр мине көйөндөрмәһен өсөн, һеҙгә нәҡ шул турала яҙғайным да инде. Ҡыуанысымдың бөтөнөгөҙ өсөн дә уртаҡ ҡыуаныс булыуына ышанам. |
|
| 4 |
|
| Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн. |
|
| 5 |
|
| Кемдер берәү көйөндөргән икән, мине генә түгел, ә һеҙҙең бөтөнөгөҙҙө лә — һәр хәлдә ниндәйҙер кимәлдә (быны арттырып күрһәтмәҫ өсөн әйтәм) көйөндөргән. |
|
| 6 |
|
| Ундай кешегә күптәр биргән яза етә. |
|
| 7 |
|
| Әле иһә уны ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ. Юғиһә артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр. |
|
| 8 |
|
| Шуның өсөн уға үҙ мөхәббәтегеҙҙе иҫбат итеүегеҙҙе үтенәм. |
|
| 9 |
|
| Һеҙгә мин теге хатты һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтөн нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы икәнен белеү өсөн яҙҙым. |
|
| 10 |
|
| Һеҙ кемделер ғәфү итәһегеҙ икән, мин дә уны ғәфү итәм. Ғәфү иткәнемде (әгәр быға сәбәп ысынлап та булһа), мин Мәсих алдында һеҙҙең хаҡҡа ғәфү иттем. |
|
| 11 |
|
| Шулай итеп, Иблис хәйләлә беҙҙе уҙҙыра алмаҫ. Уның ниәттәрен беҙ бит беләбеҙ. |
|
| 12 |
|
| Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә тип Троада ҡалаһына килгәс, Раббы миңә ишектәрен асып ҡуйған булһа ла, |
|
| 13 |
|
| унда имандашым Титты таба алмағанлыҡтан, күңелем тыныслана алманы. Шуға күрә, имандаштар менән хушлашып, Македонияға юл алдым. |
|
| 14 |
|
| Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеүле тантаналы йөрөшөндә йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын. |
|
| 15 |
|
| Ҡотолоусылар араһында ла, һәләк булыусылар араһында ла беҙ — Мәсихтең Аллаға күтәрелгән хуш еҫе. |
|
| 16 |
|
| Берәүҙәргә беҙ — һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә — тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң? |
|
| 17 |
|
| Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ. |
|
|
|
|