|
| 1 |
|
| Һеҙ үҙегеҙ беләһегеҙ бит, имандаштар, янығыҙға барып килеүебеҙ файҙаһыҙ булманы. |
|
| 2 |
|
| Белеүегеҙсә, бынан алда Филипта ғазап сигеп мәсхәрә аша үтһәк тә, беҙ, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек. |
|
| 3 |
|
| Беҙҙең саҡырыуҙа яңылышлыҡ та, ҡара ниәт тә, ялған да юҡ. |
|
| 4 |
|
| Һөйләгәндә кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаусы һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып эш итәбеҙ. |
|
| 5 |
|
| Белеүегеҙсә, алдығыҙҙа беҙ бер ҡасан да ярамһаҡланманыҡ, үҙ мәнфәғәтебеҙҙән сығып эш итмәнек. Алла Үҙе шаһит! |
|
| 6 |
|
| Кешеләрҙән — һеҙҙән дә, башҡаларҙан да данлау көтмәнек. |
|
| 7 |
|
| Мәсихтең илселәре булараҡ, үҙебеҙҙең абруйҙы тулыһынса файҙалана ала инек, ләкин, әсә кеше үҙ сабыйҙарына ҡарата хәстәрлекле булған кеүек, беҙ ҙә һеҙгә ҡарата яғымлылыҡ һаҡланыҡ. |
|
| 8 |
|
| Һеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булғанлыҡтан, һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен еткереү генә түгел, ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ. |
|
| 9 |
|
| Һеҙ иһә, имандаштар, беҙҙең ниндәй хеҙмәт һәм көс һалыуыбыҙҙы хәтерләйһегеҙ: һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен таратҡан саҡта, берегеҙгә лә ауырлыҡ һалмаҫҡа тырышып, көнө-төнө эшләнек. |
|
| 10 |
|
| Һеҙҙең — иман тотоусылар алдында, үҙебеҙҙе ни тиклем намыҫсан, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит. |
|
| 11 |
|
| Атай кеше үҙ балаларына нисек булһа, беҙҙең дә һәр берегеҙгә ҡарата шулай булғанлығыбыҙҙы беләһегеҙ, |
|
| 12 |
|
| Үҙ батшалығына һәм данына саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк. |
|
| 13 |
|
| Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө — Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара. |
|
| 14 |
|
| Имандаштар, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтең Йәһүҙиәлә урынлашҡан Алла берҙәмлектәре кеүек булдығыҙ, сөнки, улар йәһүдтәрҙән яфа сиккән кеүек, һеҙ ҙә үҙ милләттәштәрегеҙҙән ыҙа күрҙегеҙ. |
|
| 15 |
|
| Йәһүдтәр Раббы Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә ҡыуып ебәрҙеләр. Улар Аллаға ла ярамай, кешеләрҙең дә барыһына ла ҡаршы. |
|
| 16 |
|
| Беҙ, ҡотола алһындар өсөн, мәжүсиҙәргә аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының үлсәмен һәр ваҡыт ишәйтә бара һәм Алла нәфрәте улар өҫтөндә ята. |
|
| 17 |
|
| Ә беҙ, имандаштар, аҙ ғына ваҡытҡа айырылышып торһаҡ та, күңелдәребеҙ менән гел бергә булдыҡ һәм күрешергә ҙур теләк менән ынтылып торҙоҡ. |
|
| 18 |
|
| Янығыҙға барырға теләнек. Мин, Павел, үҙем дә бер нисә тапҡыр һеҙҙең янға барырға ынтылдым, ләкин Иблис беҙгә ҡамасауланы. |
|
| 19 |
|
| Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни? |
|
| 20 |
|
| Һеҙ — беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм ҡыуанысыбыҙ бит. |
|
|
|
|