|
| 1 |
|
| Һин иһә хаҡ тәғлимәткә тура килгәндәрҙе вәғәзлә: |
|
| 2 |
|
| оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иман тотоуҙа, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон; |
|
| 3 |
|
| өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен; |
|
| 4 |
|
| [4-5] Алла һүҙенә хурлыҡ килмәһен өсөн, йәштәргә ирҙәрен, балаларын яратырға тигән аҡыл бирһен, тотанаҡлы, саф, йорт-ҡураһы тураһында хәстәрлекле, яҡшы күңелле, үҙ ирҙәренә күндәм булһын. |
|
| 5 |
|
| *** |
|
| 6 |
|
| Ир-егеттәрҙе лә һәр нәмәлә тотанаҡлы булырға өйрәт. |
|
| 7 |
|
| Уларға бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө күрһәт, ә өйрәткәндә намыҫыңа тоғро һәм етди бул, |
|
| 8 |
|
| дәлилдәрең дөрөҫ һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ булһын. Шулай ҡаршы килеүселәр бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтерлек урын тапмайынса оятҡа ҡалыр. |
|
| 9 |
|
| Ҡолдар һәр нәмәлә хужаларына буйһонһон, ярарға тырышһын, бәхәсләшмәһен, |
|
| 10 |
|
| урлашмаһын тип нәсихәт бир, улар һәр нәмәлә үҙҙәренең тоғро булыуҙарын күрһәтергә тейеш. Шулай итеп, улар Ҡотҡарыусыбыҙ Алла тәғлимәтенең күркәмлеге булып торасаҡ. |
|
| 11 |
|
| Алла тарафынан бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыусы мәрхәмәт күрһәтелде. |
|
| 12 |
|
| Был мәрхәмәт, аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағып, беҙҙе был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға өйрәтә. |
|
| 13 |
|
| Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ — бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ. |
|
| 14 |
|
| Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте. |
|
| 15 |
|
| Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын. |
|
|
|
|