|
| 1 |
|
| Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға һәм уларҙы тыңларға, һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер торорға кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор, |
|
| 2 |
|
| шулай уҡ кешене яманламаҫҡа, ә тыныслыҡты һөйөргә, иғтибарлы һәм бөтөн кешеләргә ҡарата ла бик илгәҙәк булырға өйрәт. |
|
| 3 |
|
| Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек. |
|
| 4 |
|
| Ҡотҡарыусыбыҙ Алла иһә Үҙенең яҡшылығын һәм кешеләргә ҡарата мөхәббәтен күрһәткәндә |
|
| 5 |
|
| беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош өсөн һыу менән таҙарындыртты, Изге Рух менән яңыртты. |
|
| 6 |
|
| Был Рухты Ул Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих аша өҫтөбөҙгә мул яуҙырҙы, |
|
| 7 |
|
| беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне. |
|
| 8 |
|
| Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтөнөһө өсөн дә яҡшы һәм файҙалы. |
|
| 9 |
|
| Буштан һүҙ көрәштереүҙән, шәжәрәлә соҡсоноуҙан, ыҙғыш-талаштан һәм ҡанун тураһындағы бәхәстәрҙән алыҫ тор, сөнки уларҙың файҙаһы ла, мәғәнәһе лә юҡ. |
|
| 10 |
|
| Бер-ике тапҡыр иҫкәрткәндән һуң да үҙенең бәхәстәре менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған кешенән баш тарт. |
|
| 11 |
|
| Ундай кешенең боҙоҡлоҡ ҡылыусы һәм гонаһ эшләүсе икәнен беләһең бит, бының менән ул үҙ-үҙен хөкөмгә дусар итә. |
|
| 12 |
|
| Һинең яныңа Артемды йәки Тихикты ебәргәс, үҙең минең эргәмә Никополгә килергә ашыҡ, ҡышты мин унда үткәрәсәкмен. |
|
| 13 |
|
| Ҡанун белгесе Зина менән Аполлосты, бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫлыҡ итеп, юлға оҙатыу хәстәрлеген күр. |
|
| 14 |
|
| Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр. |
|
| 15 |
|
| Минең менән бергә булғандарҙың бөтөнөһө лә һине сәләмләй. Иманлы булған, беҙҙе яратҡан барыһына ла сәләм тапшыр. Мәрхәмәт һеҙҙең һәммәгеҙ менән дә булһын. |
|
|
|
|