|
| 1 |
|
| Имандаштарым, данлы Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, һәр кемгә тигеҙ ҡарағыҙ. |
|
| 2 |
|
| Әйтәйек, һеҙҙең ҡорға ҡупшы кейенгән, алтын балдаҡ таҡҡан кеше һәм шулай уҡ туҙған кейемле фәҡир килеп инде, ти. |
|
| 3 |
|
| Һеҙ бай кейемлегә күберәк иғтибар күрһәтеп: «Һин, рәхим итеп, бына бында, яҡшы урынға ултыр», — тиһәгеҙ, ә фәҡиргә: «Ана тегендә баҫып тор» йәки «Иҙәнгә, аяғым осона ултыр», — тип әйтһәгеҙ, |
|
| 4 |
|
| һеҙ имандаштар араһында кеше айырып, насар фекергә таяныусы хөкөмдар кеүек булаһығыҙ түгелме? |
|
| 5 |
|
| Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни? |
|
| 6 |
|
| Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөм алдына һөйрәгән кешеләр байҙар түгелме ни? |
|
| 7 |
|
| Һеҙ йөрөткән Мәсихтең яҡшы исемен шулар хурламаймы ни? |
|
| 8 |
|
| Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», — тигән Батшалыҡ ҡанунын үтәйһегеҙ икән, дөрөҫ эшләйһегеҙ. |
|
| 9 |
|
| Әгәр ҙә инде кешеләрҙе айырып ҡараһағыҙ, гонаһ ҡылаһығыҙ һәм ҡанун һеҙҙе енәйәтсе булараҡ хөкөм итә. |
|
| 10 |
|
| Кемдер ҡанунды тулыһынса үтәп тә, уның бер генә талабын боҙһа ла, ул бөтә ҡанунды боҙоуҙа ғәйепле. |
|
| 11 |
|
| Сөнки: «Зина ҡылма», — тигән Алла шулай уҡ: «Үлтермә», — тип тә әйткән. Әгәр ҙә зина ҡылмаһаң, ләкин үлтерһәң, һин ҡанунды боҙоуҙа ғәйеплеһең. |
|
| 12 |
|
| Иреклек ҡануны буйынса хөкөм ителәһе кеше булараҡ һөйләгеҙ һәм ғәмәл ҡылығыҙ. |
|
| 13 |
|
| Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөм өҫтөнән тантана итә. |
|
| 14 |
|
| Кемдер: «Мин иман тотам», — тип әйтә, ләкин быны эштәре менән күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы? |
|
| 15 |
|
| Әгәр, имандаш ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ кейемдән һәм көндәлек ризыҡтан мәхрүм булып, |
|
| 16 |
|
| арағыҙҙан кемдер: «Иҫән-һау йөрөгөҙ. Йылынығыҙ һәм туйғансы ашағыҙ!» — тип әйтһә, әммә уларға тереклек өсөн кәрәкле нәмәләрҙе бирмәһә, бынан ни файҙа? |
|
| 17 |
|
| Иман менән дә шулай. Ғәмәле булмаһа, ул үҙенән-үҙе үле. |
|
| 18 |
|
| Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», — тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен. |
|
| 19 |
|
| Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡалтырашып тора. |
|
| 20 |
|
| Эй буш бәндә! Ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ булыуына дәлилдәр теләйһеңме? |
|
| 21 |
|
| Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан килтереү урынына ятҡырғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында аҡланмағанмы ни? |
|
| 22 |
|
| Күреүеңсә, уның иманы ғәмәлдәре менән бергә эш иткән һәм шул эштәре аша уның иманы камиллашҡан. |
|
| 23 |
|
| Изге Яҙмалағы: «Ибраһим Аллаға ышанды һәм бының менән ул хаҡ һаналды» — тигән һүҙҙәр раҫланды һәм ул Алланың дуҫы тип аталды. |
|
| 24 |
|
| Күрәһегеҙме, кеше Алла тарафынан иманына ғына түгел, ә ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап та аҡлана. |
|
| 25 |
|
| Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни? |
|
| 26 |
|
| Шулай уҡ, рухһыҙ тән үле булған кеүек, ҡылынған ғәмәлдән башҡа иман да үле. |
|
|
|
|