|
| 1 |
|
| Имандаштарым, шөһрәтле Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, берәүҙәр алдында икенселәрҙе өҫтөн ҡуймағыҙ. |
|
| 2 |
|
| Әйтәйек, һеҙҙең йыйылышҡа ҡупшы кейенгән, алтын балдаҡ таҡҡан кеше һәм шулай уҡ туҙған кейемле фәҡир килеп инде, ти. |
|
| 3 |
|
| Әгәр бай кейемлегә иғтибар күрһәтеп: «Рәхим итеп, бына бында, яҡшы урынға ултыр», – тиһәгеҙ, ә фәҡиргә: «Ана тегендә баҫып тор» йәки «Иҙәнгә, аяғым осона ултыр», – тип әйтһәгеҙ, |
|
| 4 |
|
| һеҙ имандаштар араһында кеше айырған яман уйлы хөкөмдарға әүереләһегеҙ түгелме? |
|
| 5 |
|
| Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни? |
|
| 6 |
|
| Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөмдән хөкөмгә йөрөткән кешеләр байҙар түгелме ни? |
|
| 7 |
|
| Һеҙ йөрөткән Мәсихтең яҡшы исемен шулар хурламаймы ни? |
|
| 8 |
|
| Изге Яҙмала әйтелгән: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тигән Батшалыҡ ҡанунын үтәйһегеҙ икән, дөрөҫ эшләйһегеҙ. |
|
| 9 |
|
| Әгәр ҙә инде берәүҙәр алдында икенселәрҙе өҫтөн ҡуйһағыҙ, гонаһ ҡылаһығыҙ һәм ҡанун алдында енәйәтсе булаһығыҙ. |
|
| 10 |
|
| Кем ҡанунды тулыһынса үтәп тә, уның бер генә талабын боҙһа, ул бөтә ҡанунды боҙоуҙа ғәйепле. |
|
| 11 |
|
| «Зина ҡылма», – тигән Алла: «Үлтермә», – тип тә әйткән. Әгәр ҙә зина ҡылмаһаң, ләкин үлтерһәң, һин ҡанунды боҙоуҙа ғәйеплеһең. |
|
| 12 |
|
| Азатлыҡ ҡануны буйынса хөкөм ителә торған кеше булараҡ һөйләгеҙ һәм ғәмәл ҡылығыҙ. |
|
| 13 |
|
| Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр! |
|
| 14 |
|
| Кемдер: «Мин иманлы», – тип әйтә, ләкин ғәмәлдә күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы? |
|
| 15 |
|
| Әгәр, имандаш ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ кейемдән һәм көндәлек ризыҡтан мәхрүм булып, |
|
| 16 |
|
| арағыҙҙан кемдер: «Иҫән-һау йөрөгөҙ. Йылынығыҙ һәм туйғансы ашағыҙ!» – тип әйтһә, әммә уларға тереклек өсөн кәрәкле нәмәләрҙе бирмәһә, бынан ни файҙа? |
|
| 17 |
|
| Иман менән дә шулай. Ғәмәле булмаһа, ул үҙенән-үҙе үле. |
|
| 18 |
|
| Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен. |
|
| 19 |
|
| Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡурҡыштарынан ҡалтырашып тора. |
|
| 20 |
|
| Эй буш бәндә! Ә һин ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ икәнен күрһәтеүҙәрен теләйһеңме? |
|
| 21 |
|
| Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан усағына һалғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында аҡланмағанмы ни? |
|
| 22 |
|
| Күреүеңсә, уның иманы ғәмәлдәренә булышлыҡ иткән һәм иманы нәҡ шул ғәмәлдәре аша камиллашҡан. |
|
| 23 |
|
| Изге Яҙмалағы: «Ибраһим Аллаға ышанды һәм Алла быны тәҡүәлек тип ҡабул итте», – тигән һүҙҙәр раҫланды һәм ул Алланың дуҫы тип аталды. |
|
| 24 |
|
| Күрәһегеҙме, кеше Алла тарафынан иманына ғына түгел, ә ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап та аҡлана. |
|
| 25 |
|
| Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни? |
|
| 26 |
|
| Шулай уҡ, рухһыҙ тән үле булған кеүек, ғәмәлһеҙ иман да үле. |
|
|
|
|