|
| 1 |
|
| Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп. |
|
| 2 |
|
| Алла Рухын һеҙ былай танырһығыҙ: Ғайса Мәсихтең кеше булараҡ килгәнлеген таныусы һәр рух Алланан була. |
|
| 3 |
|
| Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул — һеҙ уның килере тураһында ишеткән һәм хәҙер инде донъяла булған Мәсих дошманының рухы. |
|
| 4 |
|
| Һеҙ иһә, балаларым, Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙәге Алла Рухы донъяла булған рухтан ҙурыраҡ. |
|
| 5 |
|
| Улар был донъяныҡы, шуға күрә донъя һөйләшкән телдә һөйләйҙәр, һәм донъя кешеләре уларҙы тыңлай. |
|
| 6 |
|
| Беҙ — Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ. |
|
| 7 |
|
| Ҡәҙерлеләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт Алланан килә. Һәр яратыусы Алланан тыуған һәм Алланы танып белә. |
|
| 8 |
|
| Яратмаусы Алланы танып белмәй, сөнки Алла — мөхәббәт ул. |
|
| 9 |
|
| Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе. |
|
| 10 |
|
| Мөхәббәт шунан ғибәрәт: беҙ Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, бәлки, Уның беҙҙе яратыуында һәм гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүенә килтереүсе ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә. |
|
| 11 |
|
| Ҡәҙерлеләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡан икән, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. |
|
| 12 |
|
| Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әгәр бер-беребеҙҙе яратабыҙ икән, Алла беҙҙә йәшәй һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан була. |
|
| 13 |
|
| Беҙҙең Аллала булыуыбыҙҙы һәм Уның беҙҙә булыуын Уның беҙгә биргән Үҙ Рухынан беләбеҙ. |
|
| 14 |
|
| Ата Үҙенең Улын донъяны Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ. |
|
| 15 |
|
| Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә Аллала. |
|
| 16 |
|
| Беҙ Алланың беҙгә булған мөхәббәтен таныныҡ һәм уға инандыҡ. Алла — мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе Аллала булыр һәм Алла унда булыр. |
|
| 17 |
|
| Шулай итеп, мөхәббәтебеҙ камиллашты, һәм беҙ хөкөм көнөн ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ. |
|
| 18 |
|
| Мөхәббәттә ҡурҡыу юҡ, камил мөхәббәт ҡурҡыуҙы ҡыуа. Ҡурҡыу яза менән бәйле һәм кем ҡурҡа, ул мөхәббәттә камиллыҡҡа өлгәшмәгән әле. |
|
| 19 |
|
| Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты. |
|
| 20 |
|
| Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», — тиһә, ә үҙе имандашына нәфрәтләнһә, ул — ялғансы. Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай. |
|
| 21 |
|
| Алла беҙгә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», — тип әмер бирҙе. |
|
|
|
|