|
| 1 |
|
| Бына Раббы Ҡәнғәнде яулап алыуҙа ҡатнашмаған исраилдарҙы һынар өсөн илдә ҡалдырған ҡәүемдәр. |
|
| 2 |
|
| Раббы бары тик исраилдарҙың яулап алыуҙа ҡатнашмаған быуындарын һуғыш һөнәренә өйрәтер өсөн түбәндәге ҡәүемдәрҙе ҡалдырғайны: |
|
| 3 |
|
| биш пелешти бейе, Ливан тауҙарында, Бәғел-Хермон тауынан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем, йәшәгән барлыҡ ҡәнғәниҙәр, сидондар һәм хиууиҙәр. |
|
| 4 |
|
| Улар ярҙамында Раббы Үҙ халҡы Исраилды һынап, Муса аша ата-бабаларына биргән бойороҡтарҙы яңы быуындың үтәү-үтәмәүен күрмәксе була. |
|
| 5 |
|
| Шулай итеп, исраилдар ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр араһында йәшәне, |
|
| 6 |
|
| уларҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алды һәм үҙҙәренең ҡыҙҙарын уларҙың улдарына бирҙе, илаһтарына табына башланы. |
|
| 7 |
|
| Исраил халҡы Раббы күҙендә яман булғанды ҡылды – Аллалары Раббыны онотоп, Бәғел һәм Ашера боттарына табынды. |
|
| 8 |
|
| Бының өсөн Раббының Исраилға асыуы ҡабарҙы, һәм Ул исраилдарҙы Арам-Наһараим батшаһы Кушан-Ришғаҫаим ҡулына тапшырҙы. Исраил халҡы һигеҙ йыл Кушан-Ришғаҫаим хакимлығы аҫтында булды. |
|
| 9 |
|
| Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы итеп Ғоҫниилды, Калевтың ҡустыһы Ҡыназдың улын, ебәрҙе һәм ул уларҙы ҡотҡарҙы. |
|
| 10 |
|
| Ғоҫниилға Раббы рухы иңде һәм ул Исраилдың хакимы булды. Ғоҫниил яуға сыҡты. Раббы Арам батшаһы Кушан-Ришғаҫаимды уның ҡулына тапшырҙы һәм Ғоҫниил уны еңде. |
|
| 11 |
|
| Илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты. Шунан Ҡыназ улы Ғоҫниил вафат булды. |
|
| 12 |
|
| Исраил халҡы яңынан Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, шуға күрә Раббы Моав батшаһы Ғәғлонға исраилдарҙы еңергә ҡеүәт бирҙе. |
|
| 13 |
|
| Ғәғлон үҙ тирәһенә ғаммондарҙы һәм ғәмәлектәрҙе туплап, исраилдарға һуғыш менән барҙы, тегеләрҙе еңеп, Хөрмәләр ҡалаһын ҡулға төшөрҙө. |
|
| 14 |
|
| Исраил халҡы ун һигеҙ йыл буйы Моав батшаһы Ғәғлон хакимлығы аҫтында булды. |
|
| 15 |
|
| Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, һәм Раббы Исраил халҡына ҡотҡарыусы итеп Бинйәмин ырыуынан Гераның улы Эһудты ҡуйҙы. Эһуд һулаҡай ине. Исраил халҡы Эһуд аша Моав батшаһы Ғәғлонға яһаҡ ебәрҙе. |
|
| 16 |
|
| Эһуд үҙенә оҙонлоғо бер терһәк булған, ике яғы ла үткер ҡылыс эшләп алды, уны уң яҡтан кейеме аҫтына ҡыҫтырҙы. |
|
| 17 |
|
| Эһуд яһаҡты алып Моав батшаһы Ғәғлонға килде. Ғәғлон бик һимеҙ кеше ине. |
|
| 18 |
|
| Эһуд, бүләктәрҙе тапшырғас, уларҙы күтәреп килтерешкән кешеләрҙе оҙата китте. |
|
| 19 |
|
| Әммә, Гилгалдағы боттар тәңгәленә еткәс, кире боролдо. Ул Ғәғлонға: – Эй батша, минең һиңә әйтер серем бар, – тип мөрәжәғәт итте. – Шым, – тине уға Ғәғлон. Уның эргәһендә торған кешеләр бүлмәнән сыҡты. |
|
| 20 |
|
| Эһуд, батшаның өҫкө ҡатта урынлашҡан бүлмәһенә күтәрелеп: – Минең һиңә Алла һүҙен еткерәһем бар, – тине. Ғәғлон ултырған урынынан торҙо. |
|
| 21 |
|
| Шул саҡ Эһуд һул ҡулын һуҙып, уң яҡ биленә ҡыҫтырылған ҡылысын тартып алды ла уны Ғәғлондың эсенә ҡаҙаны. |
|
| 22 |
|
| Ҡылыс һабы менән ҡуша тегенең эсенә керҙе һәм икенсе осо арҡаһынан килеп сыҡты. Ҡылысты эс майы ҡапланы. Эһуд ҡылысты Ғәғлондың эсенән тартып алманы. |
|
| 23 |
|
| Шунан ул алғы яҡҡа сыҡты ла өҫкө ҡаттағы бүлмә ишеген үҙе артынан бикләп ҡуйҙы. |
|
| 24 |
|
| Ул сығып киткәс, Ғәғлондың хеҙмәтселәре килеп ҡараһалар, өҫкө ҡаттағы бүлмәнең ишеге бикле. – Күрәһең, үҙ хәжәте менән һалҡын бүлмәлә ултыра торғандыр, – тиеште хеҙмәтселәр. |
|
| 25 |
|
| Байтаҡ көтөп борсола башлағас, бер кемдең дә ишек асмағанын күреп, асҡыс килтерҙеләр һәм үҙҙәре ишекте асты. Ҡараһалар, хужалары ерҙә үлеп ята. |
|
| 26 |
|
| Хеҙмәтселәр һуҙмаңлап торған арала, Эһуд ҡасып өлгөрҙө, боттар эргәһенән үтеп, Сеғирә ҡалаһына барып йәшенде. |
|
| 27 |
|
| Шунда килеп еткәс, Әфраим таулығында үҙенең мөгөҙ борғоһон ҡысҡыртты. Шунан Исраил халҡы уның менән бергә тауҙарҙан төштө. Уларҙың башында Эһуд ине. |
|
| 28 |
|
| – Тиҙерәк минең арттан! – тине Эһуд. – Раббы дошмандарығыҙ моавтарҙы һеҙҙең ҡулығыҙға тапшыра! Халыҡ, Эһуд артынан эйәреп, Иордан аша Моавҡа сыға торған кисеүҙәрҙе баҫып алды, бер кемгә лә аръяҡҡа сығырға мөмкинлек бирмәне. |
|
| 29 |
|
| Ошо бәрелештә улар моавтарҙың ун меңгә яҡын типһә тимер өҙөрлөк ир-атын ҡырып һалды; бер кем дә ҡасып ҡотола алманы. |
|
| 30 |
|
| Ул көндө моавтар Исраилға ана шулай буйһондо. Илдә һикһән йылға тыныслыҡ урынлашты. |
|
| 31 |
|
| Унан һуң Ғанаҫ улы Шамгар хаким булды. Бер ваҡыт ул алты йөҙ пелешти кешеһен үгеҙ ҡыуа торған тимер осло күҫәк менән һуғып үлтерҙе. Ул да Исраилды ҡотҡарҙы. |
|
|
|
|