|
| 1 |
|
| Ноғомиҙың ире Әлимәләхтең үҙе менән бер нәҫелдән Боғаз тигән туғаны булып, ул бай һәм хөрмәтле кеше ине. |
|
| 2 |
|
| Бер көндө Моав ҡыҙы Рут Ноғомиға: – Рөхсәт итһәң, мин, баҫыуға сығып, берәй мәрхәмәтле кеше артынан башаҡ йыйып ҡайтыр инем, – тине. – Бар, ҡыҙым, – тине Ноғоми. |
|
| 3 |
|
| Шулай итеп, Рут баҫыуға китте, ураҡсылар артынан башаҡ йыя башланы. Баҡһаң, был баҫыу Әлимәләх нәҫеленән булған Боғаздыҡы булып сыҡты. |
|
| 4 |
|
| Бына бер ваҡыт Бейт-Ләхәмдән Боғаз килеп, ураҡсыларҙы сәләмләне: – Раббы һеҙҙең менән булһын! Ураҡсылар уға: – Раббы һиңә фатихаһын бирһен, – тип яуапланы. |
|
| 5 |
|
| Боғаз ураҡсыларға күҙ-ҡолаҡ булып йөрөгән хеҙмәтсеһенән: – Анау йәш ҡатын кемдеке ул? – тип һораны. |
|
| 6 |
|
| Хеҙмәтсе уға: – Был Ноғоми менән Моав иленән килгән Моав ҡыҙы ул, – тине. – |
|
| 7 |
|
| Минән: «Ураҡсыларҙан һуң көлтәләр араһында ҡойолоп ҡалған башаҡтарҙы йыйырға рөхсәт итһәгеҙ ине», – тип һорағайны. Иртә таңдан килеп, шунан бирле туҡтамай, сатырға ла инмәй тиерлек. |
|
| 8 |
|
| – Ҡара әле, ҡыҙым, – тине Боғаз Рутҡа. – Башаҡ сүпләргә башҡалар баҫыуына йөрөмә, ошонан китмә, минең ураҡсы ҡатындар янында йөрө. |
|
| 9 |
|
| Ураҡсылар ҡайһы баҫыуҙа ура, шулар артынан йөрө. Мин үҙемдең кешеләргә ныҡлап әйттем: һине йәберләмәҫтәр. Һыуһаһаң, һыуҙы хеҙмәтселәрем алып килгән һауыттан эс, – тине. |
|
| 10 |
|
| Рут эйелеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Мин ни өсөн һинең күҙеңдә шулай мәрхәмәт ҡаҙандым? Сит ил кешеһе булыуыма ҡарамаҫтан, ниңә мине хәстәрләйһең? – тип һораны. |
|
| 11 |
|
| Боғаз уға: – Ирең үлгәндән һуң ҡәйнәңде нисек баҡҡаныңды миңә һөйләнеләр, атай-әсәйеңде, тыуған илеңде ҡалдырып, бығаса үҙең белмәгән-күрмәгән халыҡ араһында йәшәргә килгәнһең. |
|
| 12 |
|
| Ҡылған игелегең өсөн Раббы һиңә рәхмәтен бирһен! Исраил Аллаһы Раббының ҡанаты аҫтына һыйынырға тип килгән һине Раббы Үҙе бүләкләһен, – тине. |
|
| 13 |
|
| Рут: – Миңә ҡарата рәхимлеһең, әфәндем. Һинең хеҙмәтсе ҡатындарың араһынан булмаһам да, мин ҡолоңдо тынысландырҙың, яғымлы һүҙҙәрең менән күңелемде йыуаттың, – тине. |
|
| 14 |
|
| Төшкө аш мәле еткәс, Боғаз уға: – Кил, ултыр, ашап-эсеп ал, – тине. – Икмәгеңде шарап һеркәһенә манып аша. Рут ураҡсылар менән йәнәш ултырҙы, Боғаз уға ҡурмас бирҙе. Ҡатын туйғансы ашаны, алдынан артып та ҡалды. |
|
| 15 |
|
| Шунан һуң Рут ҡойолған башаҡтарҙы йыя китте. Боғаз иһә кешеләренә: – Көлтә араһында ҡалған башаҡтарҙы ла сүпләһен: теймәгеҙ уға. |
|
| 16 |
|
| Көлтә бәйләгән саҡта, юрамал башаҡтарҙы төшөрөп ҡалдырығыҙ – йыйһын, уға һүҙ әйтмәгеҙ, – тине. |
|
| 17 |
|
| Рут кискә тиклем башаҡ сүпләне. Йыйғанын һуғып алғас, бер эфа тирәһе арпа сыҡты. |
|
| 18 |
|
| Шунан ул арпаны алып ҡалаға ҡайтты һәм йыйған ашлығын ҡәйнәһенә күрһәтте. Төшкө аштан артып ҡалған ҡурмасты ла бирҙе. |
|
| 19 |
|
| Ҡәйнәһе уға: – Бөгөн ҡайҙа башаҡ йыйҙың? Ҡайҙа эшләнең? Һиңә яҡшылыҡ күрһәткән кешегә рәхмәт яуһын, – тине. Рут ҡәйнәһенә ҡайҙа эшләгәнен һөйләне: – Бөгөн мин баҫыуында башаҡ йыйған кешенең исеме Боғаз, – тине. |
|
| 20 |
|
| – Уға Раббының рәхмәте төшһөн! – тине Ноғоми килененә. – Ул иҫәндәрҙе лә, үлгәндәрҙе лә мәрхәмәтенән ҡалдырмай. Шунан: – Боғаз беҙҙең яҡын туғандарыбыҙҙан, ғаиләбеҙҙе үҙенең ҡурсалауы аҫтына алырға бурыслы йолоусыбыҙ, – тине. |
|
| 21 |
|
| Моав ҡыҙы Рут: – Ул миңә хатта: «Ураҡ бөткәнсе минең хеҙмәтселәрем янында йөрө», – тип әйтте, – тине. |
|
| 22 |
|
| Ноғоми килененә: – Ҡыҙым, уның ураҡсылары янында йөрөүең яҡшы, юҡһа икенсе баҫыуҙа һине рәнйетеүҙәре бар, – тине. |
|
| 23 |
|
| Рут, арпа һәм бойҙай урағы бөткәнсе Боғаздың ураҡсылары янында йөрөп, башаҡ сүпләне һәм ҡәйнәһе менән бергә йәшәне. |
|
|
|
|