× Язык Европа Русский Белорусский Украинский Польский Сербский Болгарский Словацкая Чешский Румынский Молдавский Азербайджанский Армянин Грузинский Албанский Аварский Башкирский Татарский Чеченский Словенский Хорватский Эстонский Латвийский Литовский Венгерский Финский Норвежский Шведский Исландский Греческий Македонский Немецкий Баварский Голландский Датский Валлийский Гэльский Ирландский Французский Баскский Каталонский Итальянский Галакский Романи Bosnian Kabardian Северная Америка Английский Южная Америка Испанский Португальский Гуарани Кечуа Аймара Центральная Америка Ямайский Науатль Киче Кекчи Гаитянский Восточная Азия Китайский Японский Kорейский Монгольский Уйгурский Хмонг Tibetian Юго-Восточная Азия Малазийский Бирманский Хаха Чин Непальский Кебуано Тагальский Камбоджийский Тайский Индонезийский Суданский Вьетнамский Яванский Лаос Ибан Ю Миен Качин Лаху Aceh Balinese Bugis Pampanga Sasak Shan Waray Южная Азия Хинди Одиа Авадхи Mizo Каннада Малаялам Маратхи Гуджаратский Тамильский Телугу Панджаби Курух Ассамский Майтхили Бенгальский Урду Сингальский Догри Харианви Мейтей Конкани Сантали Синдхи Коя Тадо Санскритский деванагари Adilabad Gondi Ahirani Белуджи Bundeli Chhattisgarhi Garhwali Kangri Kumaoni Mewari Munda Sadri Seraiki Shekhawati Sylheti Bagri Bhilali Bodo Braj Tulu Центральная Азия Кыргызский Узбекский Таджикский Туркменский Казахстан Каракалпак Средний Восток Tурецкий Еврейский Арабский Персидский Курдский Mazanderani Пушту Коптский Африка Африкаанс Ксоза Зулусский Ндебеле Сото Амхарский Волайтта Нигерийский Мосси Ика Динка Кабильский Эве Суахили Марокканский Сомалийский Шоны Мадагаскар Игбо Лингала Баул Сисвати Тсонга Тсвана Гамбия Йоруба Камба Киньяруанда Хауса Chewa Луо Макуа Дюла Фульфульде Календжин Кикуйю Кикванго Кирунди Крио Нигерийский Пиджин Оромо Чилуба Чивенда Тви Умбунду Лугбара Лугуру Пулярный Гусси Маасаи Туркана Моба Нуэр Шиллук Тамашек Маконде Bemba Fon Hadiyya Ibibio Kimbundu Kimiiru Lango Liberian Kreyol Lomwe Mende Morisyen Ndau Nyankole Sena Sidamo Soga Songe Sukuma Tarifit Teso Tiv Zande Dagbani Edo Kituba Континент Австралии Новая Зеландия Папуа Новая Гвинея Старые Языки Арамейский Латинский Эсперанто 1 1 1 Инжил Башҡортча 2014 Изге Яҙма 2023Инжил Башҡортча 20141 1 1 Матфей МатфейМаркЛукаЯхъяҒәмәлдәрРимдарға1 Коринфтарға2 КоринфтарғаГалаттарғаЕфестарғаФилиптарғаКолосстарға1 Фессалоникаларға2 Фессалоникаларға1 Тимофейға2 ТимофейғаТитҡаФилимонғаЕврейҙарғаЯҡуб1 Петр2 Петр1 Яхъя2 Яхъя3 ЯхъяЙәһүҙәАсылыш1 1 1 4 123456789101112131415161718192021222324252627281 1 1 : 1 123456789101112131415161718192021222324251 1 1 Инжил Башҡортча 2014 Матфей 4 Сохранить Заметки 1Шунан һуң Алла Рухы Ғайсаны, Иблис тарафынан һынатыр өсөн, сүлгә алып китте.2Ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты.3Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: — Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш, — тине.4— «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, — тип яуапланы Ғайса.5Шунан һуң Иблис Уны Иерусалимға — изге ҡалаға алып килеп, Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы6ла, былай тине: — Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан. Изге Яҙмала әйтелгән бит: «Алла Үҙенең фәрештәләренә бойороҡ бирер: Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип, Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр».7Ғайса уға: — Унда: « Раббы Аллаңды һынама», тип тә яҙылған, — тип яуапланы.8Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә:9— Әгәр алдыма йөҙ түбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, — тине.10— Кит, Иблис, — тине Ғайса. — «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған.11Бынан һуң Иблис Уны ҡалдырып китеп барҙы, ә Ғайса янына фәрештәләр килеп, Уға хеҙмәт иттеләр.12Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға китте.13Назараны ҡалдырып Ул, Завулон һәм Неффалим еренә барып, Галилея күле буйындағы Капернаум ҡалаһында урынлашты.14Был иһә Ишағыя пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:15«Эй Завулон ере, Неффалим ере, диңгеҙгә алып барыусы юлдағы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр! Эй һин, мәжүсиҙәр иле Галилея!16Ҡараңғылыҡта йәшәүсе халҡың бөйөк яҡтылыҡты күрә. Үлем күләгәһендә йәшәүселәр өсөн яҡтылыҡ балҡый».17Шул ваҡыттан алып Ғайса: — Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! — тип һөйләп йөрөй башланы.18Галилея күле буйынан үтеп барышлай Ғайса ау һалып йөрөгән ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны — Петр тип аталған Симон менән Андрейҙы күрҙе.19— Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, — тине Ғайса уларға.20Ике туған шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе.21Унан ары киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе — Зеведей улдары Яҡуб менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зеведей менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы.22Туғандар шунда уҡ, кәмәләрен һәм аталарын ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе.23Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.24Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.25Уның артынан Галилеянан, Ун Ҡаланан, Иерусалимдан, Йәһүҙиәнән һәм Иордан аръяғынан килгән ҙур халыҡ төркөмдәре эйәреп йөрөнө.Bashkir Bible 2014 © Институт перевода Библии, 2014 Инжил Башҡортча 2014 Матфей 4 00:00:00 00:00:00 0.5x 2.0x https://beblia.bible:81/BibleAudio/bashkir/matthew/004.mp3 28 4