× Язык Европа Русский Белорусский Украинский Польский Сербский Болгарский Словацкая Чешский Румынский Молдавский Азербайджанский Армянин Грузинский Албанский Аварский Башкирский Татарский Чеченский Словенский Хорватский Эстонский Латвийский Литовский Венгерский Финский Норвежский Шведский Исландский Греческий Македонский Немецкий Баварский Голландский Датский Валлийский Гэльский Ирландский Французский Баскский Каталонский Итальянский Галакский Романи Bosnian Северная Америка Английский Южная Америка Испанский Португальский Гуарани Кечуа Аймара Центральная Америка Ямайский Науатль Киче Кекчи Гаитянский Восточная Азия Китайский Японский Kорейский Монгольский Уйгурский Хмонг Юго-Восточная Азия Малазийский Бирманский Хаха Чин Непальский Кебуано Тагальский Камбоджийский Тайский Индонезийский Вьетнамский Яванский Лаос Ибан Ю Миен Качин Лаху Aceh Balinese Bugis Pampanga Sasak Shan Waray Южная Азия Хинди Одиа Авадхи Mizo Каннада Малаялам Маратхи Гуджаратский Тамильский Телугу Панджаби Курух Ассамский Майтхили Бенгальский Урду Сингальский Догри Харианви Мейтей Конкани Сантали Синдхи Коя Тадо Санскритский деванагари Adilabad Gondi Ahirani Белуджи Bundeli Chhattisgarhi Garhwali Kangri Kumaoni Mewari Munda Sadri Seraiki Shekhawati Sylheti Центральная Азия Кыргызский Узбекский Таджикский Туркменский Казахстан Каракалпак Средний Восток Tурецкий Еврейский Арабский Персидский Курдский Пушту Коптский Африка Африкаанс Ксоза Зулусский Ндебеле Сото Амхарский Волайтта Нигерийский Мосси Ика Динка Кабильский Эве Суахили Марокканский Сомалийский Шоны Мадагаскар Игбо Лингала Баул Сисвати Тсонга Тсвана Гамбия Йоруба Камба Киньяруанда Хауса Chewa Луо Макуа Дюла Фульфульде Календжин Кикуйю Кикванго Кирунди Крио Нигерийский Пиджин Оромо Чилуба Чивенда Тви Умбунду Лугбара Лугуру Пулярный Гусси Маасаи Туркана Моба Нуэр Шиллук Тамашек Маконде Bemba Fon Hadiyya Ibibio Kimbundu Kimiiru Lango Liberian Kreyol Lomwe Mende Morisyen Ndau Nyankole Sena Sidamo Soga Songe Sukuma Tarifit Teso Tiv Zande Континент Австралии Новая Зеландия Папуа Новая Гвинея Старые Языки Арамейский Латинский Эсперанто 1 1 1 Инжил Башҡортча 2014 Изге Яҙма 2023Инжил Башҡортча 20141 1 1 Ефестарға МатфейМаркЛукаЯхъяҒәмәлдәрРимдарға1 Коринфтарға2 КоринфтарғаГалаттарғаЕфестарғаФилиптарғаКолосстарға1 Фессалоникаларға2 Фессалоникаларға1 Тимофейға2 ТимофейғаТитҡаФилимонғаЕврейҙарғаЯҡуб1 Петр2 Петр1 Яхъя2 Яхъя3 ЯхъяЙәһүҙәАсылыш1 1 1 4 1234561 1 1 : 1 12345678910111213141516171819202122232425262728293031321 1 1 Инжил Башҡортча 2014 Ефестарға 4 Сохранить Заметки 1Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.2Һәр ваҡыт тыйнаҡ, баҫалҡы һәм сабыр булығыҙ, бер-берегеҙҙе мөхәббәт менән кисерегеҙ.3Рух биргән берҙәмлекте именлек бәйләнештәре менән нығытып һаҡларға тырышығыҙ.4Алла һеҙҙе саҡырған өмөт бер генә булған кеүек, һеҙ бөтөнөгөҙ бер тән һәм Рух та бер.5Раббы — бер, иман — бер, һыуға сумдырылыу — бер.6Алла — бер, Ул барыһының да Атаһы. Ул барыһынан да өҫтөн, барыһы аша эш итә һәм һәр кемдең булмышында бар.7Мәсих һәр беребеҙгә һәләтте Үҙе билдәләгәнсә бирҙе.8Шуның өсөн Изге Яҙмала: «Юғарыға күтәрелеп, әсирҙәрҙе әйҙәп, кешеләргә бүләк өләште», — тип әйтелгән.9Ә «юғарыға күтәрелеп» тигәне «Мәсих ерҙең иң түбән урындарына ла төшкәйне» тигән мәғәнә бирә.10Ул иң түбәнгә төштө, ләкин, Үҙе менән бөтөн ғаләмде тултырыу өсөн, бар күктәрҙән дә юғарыраҡ күтәрелде.11Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен — илселәр, икенселәрен — пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен — Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын — башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.12Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен — имандаштар берҙәмлеген — үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.13Был төҙөлөш бөтөнөбөҙ ҙә иманда һәм Алла Улын танып белеүҙә берҙәм булғанға тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп, беҙ барыбыҙ ҙа рухи яҡтан камиллашҡан һәм булмышыбыҙ менән Мәсих кимәленә еткән кешеләр булырбыҙ.14Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.15Киреһенсә, хәҡиҡәт тураһында һөйөү менән һөйләп, Уға, тәндең Башы булған Мәсихкә, ярашлы рәүештә һәр яҡтан үҫәйек.16Уның аша тәндең һәр ағзаһы, бер-береһен беркетеүсе һеңерҙәр ярҙамында тоташып һәм берләшеп, үҙенә тейешле эш башҡарғанда, бөтөн тән үҫә һәм үҙ-үҙен мөхәббәттә үҫтерә.17Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.18Уларҙың, үҙһүҙле һәм бәғерһеҙ булғанлыҡтан, аңдары томаланған. Улар Алланы белмәй, белергә лә теләмәй һәм Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгән.19Улар, намыҫтарын юғалтып, аҙғынлыҡҡа бирелгән һәм ҡомһоҙланып һәр төрлө боҙоҡлоҡтар ҡыла.20Ә һеҙ Мәсих тураһында икенсе нәмәләр өйрәнгәйнегеҙ бит.21Һеҙ, әлбиттә, Уның тураһында ишеткәнһегеҙҙер һәм хәҡиҡәттең Ғайсала нисек булыуын өйрәнгәнһегеҙҙер.22Ялған нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып,23фекер рәүешегеҙ һәм рухығыҙ яңырһын,24һәм Алла сүрәтендә яратылған, дөрөҫлөктә ғәҙел һәм изгелекле яңы кешегә әйләнегеҙ.25Беҙ бер тәндең ағзалары булғанға күрә, һәр кем ялғанды кире ҡағып, үҙ яҡынына дөрөҫлөктө генә һөйләһен.26Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын.27Үҙ тормошоғоҙҙа Иблискә урын ҡалдырмағыҙ.28Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын.29Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.30Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки йолоп алып ҡалыу көнө өсөн һеҙ Уның тарафынан мөһөр менән билдәләнгәнһегеҙ.31Әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан баш тартығыҙ.32Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих аша кисергән кеүек, бер-берегеҙҙе кисерегеҙ.Bashkir Bible 2014 © Институт перевода Библии, 2014 Инжил Башҡортча 2014 Ефестарға 4 00:00:00 00:00:00 0.5x 2.0x https://beblia.bible:81/BibleAudio/bashkir/ephesians/004.mp3 6 4