× Язык Европа Русский Белорусский Украинский Польский Сербский Болгарский Словацкая Чешский Румынский Молдавский Азербайджанский Армянин Грузинский Албанский Аварский Башкирский Татарский Чеченский Словенский Хорватский Эстонский Латвийский Литовский Венгерский Финский Норвежский Шведский Исландский Греческий Македонский Немецкий Баварский Голландский Датский Валлийский Гэльский Ирландский Французский Баскский Каталонский Итальянский Галакский Романи Bosnian Северная Америка Английский Южная Америка Испанский Португальский Гуарани Кечуа Аймара Центральная Америка Ямайский Науатль Киче Кекчи Гаитянский Восточная Азия Китайский Японский Kорейский Монгольский Уйгурский Хмонг Юго-Восточная Азия Малазийский Бирманский Хаха Чин Непальский Кебуано Тагальский Камбоджийский Тайский Индонезийский Вьетнамский Яванский Лаос Ибан Ю Миен Качин Лаху Aceh Balinese Bugis Pampanga Sasak Shan Waray Южная Азия Хинди Одиа Авадхи Mizo Каннада Малаялам Маратхи Гуджаратский Тамильский Телугу Панджаби Курух Ассамский Майтхили Бенгальский Урду Сингальский Догри Харианви Мейтей Конкани Сантали Синдхи Коя Тадо Санскритский деванагари Adilabad Gondi Ahirani Белуджи Bundeli Chhattisgarhi Garhwali Kangri Kumaoni Mewari Munda Sadri Seraiki Shekhawati Sylheti Центральная Азия Кыргызский Узбекский Таджикский Туркменский Казахстан Каракалпак Средний Восток Tурецкий Еврейский Арабский Персидский Курдский Пушту Коптский Африка Африкаанс Ксоза Зулусский Ндебеле Сото Амхарский Волайтта Нигерийский Мосси Ика Динка Кабильский Эве Суахили Марокканский Сомалийский Шоны Мадагаскар Игбо Лингала Баул Сисвати Тсонга Тсвана Гамбия Йоруба Камба Киньяруанда Хауса Chewa Луо Макуа Дюла Фульфульде Календжин Кикуйю Кикванго Кирунди Крио Нигерийский Пиджин Оромо Чилуба Чивенда Тви Умбунду Лугбара Лугуру Пулярный Гусси Маасаи Туркана Моба Нуэр Шиллук Тамашек Маконде Bemba Fon Hadiyya Ibibio Kimbundu Kimiiru Lango Liberian Kreyol Lomwe Mende Morisyen Ndau Nyankole Sena Sidamo Soga Songe Sukuma Tarifit Teso Tiv Zande Dagbani Континент Австралии Новая Зеландия Папуа Новая Гвинея Старые Языки Арамейский Латинский Эсперанто 1 1 1 Инжил Башҡортча 2014 Изге Яҙма 2023Инжил Башҡортча 20141 1 1 Филимонға МатфейМаркЛукаЯхъяҒәмәлдәрРимдарға1 Коринфтарға2 КоринфтарғаГалаттарғаЕфестарғаФилиптарғаКолосстарға1 Фессалоникаларға2 Фессалоникаларға1 Тимофейға2 ТимофейғаТитҡаФилимонғаЕврейҙарғаЯҡуб1 Петр2 Петр1 Яхъя2 Яхъя3 ЯхъяЙәһүҙәАсылыш1 1 1 1 11 1 1 : 1 123456789101112131415161718192021222324251 1 1 Филимонға 1 Сохранить Заметки 1[1-2] Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филимонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Апфия ханыма, көрәштәшебеҙ Архипҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Павелдан һәм имандашығыҙ Тимофейҙан хат.2***3Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын.4Доғаларымда һине, Филимон, иҫкә алып, Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым,5сөнки Раббы Ғайсаға булған иманың һәм барлыҡ изгеләргә ҡарата мөхәббәтең тураһында ишетеп йөрөйөм.6Бөтөнөбөҙ өсөн дә уртаҡ иманың беҙ Мәсих аша өлгәшкән барлыҡ изгелекте тулыраҡ аңлауға килтерһен тип, доға ҡылам.7Һинең ошо мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша сафланды.8Шуға күрә Мәсихкә һылтанып, бурысыңды үтәүҙе ҡыйыу рәүештә талап итә алһам да,9башҡа берәү түгел, мин, Павел, оло кеше булараҡ, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсих хаҡына төрмәлә ултырыусы тотҡон, һиңә үтенес менән өндәшәм.10Бында, төрмәлә, үҙемдең улым тип һанаған берәү хаҡына һиңә мөрәжәғәт итәм. Ул — минең аша иманға килгән Онисим.11Элек ул һинең өсөн файҙаһыҙ ине, хәҙер иһә һинең өсөн дә, минең өсөн дә файҙалы.12Уны кире һинең яныңа ебәрәм, ә был минең өсөн бер ағзамды алыуға тиң.13Мин уны үҙ янымда ҡалдырырға ла теләр инем, ул һинең урынға миңә, Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына төрмәлә ултырған тотҡонға, ярҙам итер ине.14Әммә һинең ризалығыңдан тыш бер нәмә лә эшләргә теләмәнем. Изгелекле эшең ирекһеҙләүҙән түгел, ә үҙ теләгең буйынса башҡарылһын.15Һеҙҙең бер-берегеҙҙән ҡыҫҡа ваҡытҡа айырылып тороуығыҙ, бәлки, һин уны яңынан ҡабул итеп бөтөнләйгә үҙ яныңда ҡалдырыу өсөн дә булғандыр,16һәм ҡол сифатында түгел, ҡолға ҡарағанда өҫтөнөрәк, ҡәҙерле имандашың кеүек ҡалдырыу өсөн. Мин уны бик яратам, ләкин ул һиңә кеше булараҡ та, Раббыныҡы булараҡ та тағы ла ҡәҙерлерәк.17Шулай итеп, мине иптәшең тип һанаһаң, уны ла минең һымаҡ күреп ихлас ҡабул ит.18Әгәр ҙә ул һине ни менәндер рәнйеткән булһа йәки алдыңда бурыслы булһа, мине яуаплы тип иҫәплә.19Мин, Павел, быны үҙ ҡулым менән яҙам: ул килтергән зыянды ҡаплармын. Ә һинең бурыслы булыуың тураһында әйтеп тормайыҡ, һин бит миңә үҙең менән бурыслы.20Шулай, имандашым, Раббы хаҡына хәҙер инде мин дә һинең файҙаңды күрергә теләйем. Мәсих аша имандашым булараҡ, йөрәгемде сафландыр.21Мин һиңә үтенесемде кире ҡаҡмаясағыңа ышанып һәм хатта һорағаныма ҡарағанда күберәк эшләйәсәгеңде белеп яҙам.22Шулай уҡ үтенәм, минең өсөн дә бер бүлмә әҙерләп ҡуй, сөнки, доғаларығыҙға яуап итеп, Алла һеҙгә ҡайтыуымды бүләк итер тип өмөтләнәм.23Минең менән бергә Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Епафрас24һәм хеҙмәттәштәрем Марк, Аристарх, Димас һәм Лука һиңә сәләм әйтәләр.25Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын.Bashkir Bible 2014 © Институт перевода Библии, 2014 Инжил Башҡортча 2014 Филимонға 1 00:00:00 00:00:00 0.5x 2.0x https://beblia.bible:81/BibleAudio/bashkir/philemon/001.mp3 1 1