× Язык Европа Русский Белорусский Украинский Польский Сербский Болгарский Словацкая Чешский Румынский Молдавский Азербайджанский Армянин Грузинский Албанский Аварский Башкирский Татарский Чеченский Словенский Хорватский Эстонский Латвийский Литовский Венгерский Финский Норвежский Шведский Исландский Греческий Македонский Немецкий Баварский Голландский Датский Валлийский Гэльский Ирландский Французский Баскский Каталонский Итальянский Галакский Романи Bosnian Северная Америка Английский Южная Америка Испанский Португальский Гуарани Кечуа Аймара Центральная Америка Ямайский Науатль Киче Кекчи Гаитянский Восточная Азия Китайский Японский Kорейский Монгольский Уйгурский Хмонг Юго-Восточная Азия Малазийский Бирманский Хаха Чин Непальский Кебуано Тагальский Камбоджийский Тайский Индонезийский Вьетнамский Яванский Лаос Ибан Ю Миен Качин Лаху Aceh Balinese Bugis Pampanga Sasak Shan Waray Южная Азия Хинди Одиа Авадхи Mizo Каннада Малаялам Маратхи Гуджаратский Тамильский Телугу Панджаби Курух Ассамский Майтхили Бенгальский Урду Сингальский Догри Харианви Мейтей Конкани Сантали Синдхи Коя Тадо Санскритский деванагари Adilabad Gondi Ahirani Белуджи Bundeli Chhattisgarhi Garhwali Kangri Kumaoni Mewari Munda Sadri Seraiki Shekhawati Sylheti Центральная Азия Кыргызский Узбекский Таджикский Туркменский Казахстан Каракалпак Средний Восток Tурецкий Еврейский Арабский Персидский Курдский Пушту Коптский Африка Африкаанс Ксоза Зулусский Ндебеле Сото Амхарский Волайтта Нигерийский Мосси Ика Динка Кабильский Эве Суахили Марокканский Сомалийский Шоны Мадагаскар Игбо Лингала Баул Сисвати Тсонга Тсвана Гамбия Йоруба Камба Киньяруанда Хауса Chewa Луо Макуа Дюла Фульфульде Календжин Кикуйю Кикванго Кирунди Крио Нигерийский Пиджин Оромо Чилуба Чивенда Тви Умбунду Лугбара Лугуру Пулярный Гусси Маасаи Туркана Моба Нуэр Шиллук Тамашек Маконде Bemba Fon Hadiyya Ibibio Kimbundu Kimiiru Lango Liberian Kreyol Lomwe Mende Morisyen Ndau Nyankole Sena Sidamo Soga Songe Sukuma Tarifit Teso Tiv Zande Dagbani Континент Австралии Новая Зеландия Папуа Новая Гвинея Старые Языки Арамейский Латинский Эсперанто 1 1 1 Инжил Башҡортча 2014 Изге Яҙма 2023Инжил Башҡортча 20141 1 1 Еврейҙарға МатфейМаркЛукаЯхъяҒәмәлдәрРимдарға1 Коринфтарға2 КоринфтарғаГалаттарғаЕфестарғаФилиптарғаКолосстарға1 Фессалоникаларға2 Фессалоникаларға1 Тимофейға2 ТимофейғаТитҡаФилимонғаЕврейҙарғаЯҡуб1 Петр2 Петр1 Яхъя2 Яхъя3 ЯхъяЙәһүҙәАсылыш1 1 1 12 123456789101112131 1 1 : 1 12345678910111213141516171819202122232425262728291 1 1 Инжил Башҡортча 2014 Еврейҙарға 12 Сохранить Заметки 1Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә киләсәктә юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы, беҙгә сырмалып алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.2Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.3Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе Кисереүсе тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер.4Гонаһҡа ҡаршы көрәшкәндә һеҙгә үҙегеҙҙең ҡанығыҙҙы түгергә тура килмәне әле.5Атай кеше Үҙ улдарына өндәшкән һымаҡ, Алланың һеҙгә: «Улым Минең! Раббының тәрбиәһенә битараф булма, һәм Ул ғәйебеңде күрһәткәндә күңелеңде төшөрмә.6Раббы Үҙе яратҡан кешеләрҙе тәрбиәләй, Үҙе ҡабул иткән улдарына яза бирә», — тигән ҡеүәтләү һүҙҙәрен онотҡанһығыҙ.7Һынауҙарығыҙҙы тәрбиәләнеү кеүек үткәрегеҙ — бынан Алланың һеҙгә үҙ улдарына ҡараған кеүек ҡарауы күренә. Атаһы тәрбиә бирмәгән бала бармы ни?8Әгәр ҙә һеҙ һәр кем үтергә тейешле тәрбиәне алмайһығыҙ икән, тимәк һеҙ — Алланың ысын улдары түгел, ә үгәй балалары.9Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит.10Атайҙарыбыҙ беҙҙе күпмелер ваҡыт үҙҙәре белгәнсә тәрбиәләне, ә Алла — үҙ файҙабыҙ хаҡына, беҙ Уның изгелегендә ҡатнаша алһын өсөн тәрбиәләй.11Һәр тәрбиә үҙ ваҡытында шатлыҡ булып тойолмай, ә хәсрәт килтереүсе булып күренә, әммә аҙағыраҡ был тәрбиә аша үткәндәргә ул уңыш килтерә: именлек һәм хаҡ тормош бирә.12Шуға күрә хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм быуынһыҙланған тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ13һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ.14Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.15Бер кем дә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.16Ҡарағыҙ уны, бер ултырып ашарлыҡ аш өсөн үҙенең өлкән ул булыу хоҡуғын һатҡан Исав кеүек, арағыҙҙа бер кем дә аҙғын йә иманһыҙ булмаһын.17Һеҙ беләһегеҙ, һуңынан ул фатиха алырға теләгән, ләкин кире ҡағылған. Был хаҡта күҙ йәштәре аша һораһа ла, хәл барышын бер нисек тә үҙгәртә алмаған.18Һеҙ ҡағылырға мөмкин булған дөрләп янған тауға — шыр ҡараңғыға ла, дөм ҡараңғылыҡҡа ла, дауылға ла,19борғо тауышына ла, һүҙҙәрҙе әйтеүсе тауышҡа ла килмәнегеҙ. Ә тауыш шундай һүҙҙәр әйтә, уларҙы ишеткән кешеләр бүтәнсә һөйләмәүҙәрен ялбара.20Был тыңлаусылар: «Был тауға хатта хайуан ҡағылһа ла, ул таш менән бәреп үлтерелер», — тигән әмер һүҙҙәренә түҙә алмаған.21Был күренмеш шул тиклем ҡурҡыныс булған, хатта Муса ла: «Мин ҡурҡам һәм тетрәнәм», — тигән.22Ә бит һеҙ Сион тауына, мәңге тере Алла ҡалаһына — күктәге Иерусалимға һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ.23Һеҙ Алла кешеләренең — исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтөнөһөнөң Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына,24яңы килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.25Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.26Ул саҡта Алланың тауышы ер һелкетте һәм Ул хәҙер: «Мин тағы бер тапҡыр ерҙе генә түгел, күкте лә тетрәтәсәкмен», — тип вәғәҙә бирә.27«Тағы бер тапҡыр» — тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер.28Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ һәм ихтирам һәм ҡурҡыу менән Аллаға яраҡлы итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек,29сөнки беҙҙең Аллабыҙ — яндырып юҡ итә торған ут.Bashkir Bible 2014 © Институт перевода Библии, 2014 Инжил Башҡортча 2014 Еврейҙарға 12 00:00:00 00:00:00 0.5x 2.0x https://beblia.bible:81/BibleAudio/bashkir/hebrews/012.mp3 13 12