Библия Один Год Февраль 18Марк 1:1-221. Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙең башы.2. Ишағыя пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һиңә юл әҙерләр.3. Сүлдә тауыш яңғырай: Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ».4. Сүллеккә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән.5. Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Иерусалимда йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын танып, уның тарафынан Иордан йылғаһына сумдырылды.6. Яхъя дөйә йөнөнән туҡылған кейем кейгеп, биленә тиренән ҡайыш быуҙы. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды.7. Вәғәзендә ул былай тине: — Минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин эйелеп Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен.8. Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә Ул һеҙҙе Изге Рухҡа сумдырыр.9. Шул көндәрҙә Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһынан Ғайса килде һәм Иордан йылғаһында Яхъя тарафынан һыуға сумдырылды.10. Һыуҙан сығыу менән Ғайса күктәрҙең асылып китеүен һәм Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе.11. Күктән: «Һин — Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» — тигән тауыш ишетелде.12. Рух шунда уҡ Ғайсаны сүлгә алып китте.13. Ул сүлдә ҡырҡ көн булды һәм шул ваҡыт эсендә Иблис тарафынан һынау үтте. Ул ҡырағай йәнлектәр араһында йәшәне һәм фәрештәләр Уға хеҙмәт итте.14. Яхъя ҡулға алынғандан һуң Ғайса, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, Галилеяға килде.15. — Ваҡыт етте, Алла Батшалығы яҡынлашты! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ! — тине Ул.16. Галилея күле буйынан үтеп барышлай, Ғайса балыҡ тоторға ау һалып йөрөгән ике балыҡсыны — Симон менән уның ҡустыһы Андрейҙы күрҙе.17. — Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, — тине Ғайса уларға.18. Тегеләр шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе.19. Ғайса, бер аҙ барғас, Зеведейҙың улдары Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе — улар кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине.20. Шунда уҡ уларҙы янына саҡырып алды. Улар иһә, аталары Зеведейҙы ялсылары менән бергә кәмәлә ҡалдырып, Ғайса артынан киттеләр.21. Улар Капернаумға килде. Ғайса, шәмбе көнө тыуғас та, ғибәҙәтханаға инеп йыйылған халыҡты өйрәтә башланы.22. Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте. Bashkir Bible 2014 © Институт перевода Библии, 2014