Библия Один Год Март 17Марк 14:55-7255. Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы.56. Күптәр Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылды, әммә уларҙың дәлилдәре бер-береһенә тап килмәне.57. Ҡайһы берәүҙәр, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп:58. — Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла Йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», — тигәнен ишеттек, — тинеләр.59. Ләкин уларҙың был дәлилдәре лә бер-береһенә тап килмәне.60. Шул мәлдә иң баш рухани уртаға сығып Ғайсанан: — Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? — тип һораны.61. Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш рухани Унан тағы: — Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? — тип һораны.62. — Эйе, Мин, — тине Ғайса. — Һеҙ Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!63. Иң баш рухани кейемен йыртып ебәрҙе: — Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк?64. Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен үҙегеҙ ишеттегеҙ! Нимә уйлайһығыҙ был хаҡта? Бөтәһе лә, Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, тигән фекер менән килеште.65. Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» — тип йоҙроҡлай башланы. Шунан уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.66. Был ваҡытта Петр аҫта, ихатала ине. Иң баш руханиҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә,67. усаҡ янында йылынып ултырған Петрҙы күреп, уға текләп ҡараны: — Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, — тине.68. Әммә Петр: — Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, — тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.69. Хеҙмәтсе ҡыҙ уны тағы күреп ҡалды һәм үҙ янында торғандарға: — Был кеше — уларҙың береһе, — тине.70. Петр тағы ваз кисте. Бер аҙҙан шунда торғандар уға: — Һин ысынлап та уларҙың береһе. Һин дә Галилеянан бит! — тинеләр.71. Ә Петр: — Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! — тип ныҡышып ант итә башланы.72. Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петр Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», — тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе. Bashkir Bible 2014 © Институт перевода Библии, 2014