Библия Один Год Март 24Лука 1:57-8057. Елизаветаның бала табыр ваҡыты еткән һәм ул ир бала тыуҙырған.58. Күршеләре менән туғандары, Раббының Елизаветаға оло шәфҡәт күрһәткәнен ишетеп, уның менән бергә ҡыуанған.59. Һигеҙенсе көндә улар баланы сөннәткә ултыртырға килгән һәм атаһының исеме менән Зәкәриә тип атарға уйлаған.60. Әммә баланың әсәһе ҡаршы төшкән: — Юҡ, уның исеме Яхъя булырға тейеш.61. — Һинең туғандарың араһында ундай исемле бер кем дә юҡ бит, — тигән улар Елизаветаға.62. Ым-ишара менән баланың атаһынан ниндәй исем ҡушырға теләүен һорағандар.63. Зәкәриә яҙыу таҡтаһы һорап алған да: «Уның исеме — Яхъя» тип яҙған. Быға барыһы ла аптырашта ҡалған.64. Шул мәлдә үк Зәкәриәнең теле асылған һәм ул, Алланы данлап, һөйләшә башлаған.65. Зәкәриә менән Елизаветаның бар күрше-күләне ҡурҡыуға төшкән, ә Йәһүҙиәнең таулы ерҙәре буйлап ошо ваҡиғаларҙың барыһы тураһында хәбәр таралған.66. Был хаҡта ишеткән һәр береһе: «Был бала кем булыр икән?» — тигән уйға килгән. Сөнки Раббы ҡөҙрәтенең бала менән булыуы күренеп торған.67. Яхъяның атаһы Зәкәриә, Изге Рух менән һуғарылып, пәйғәмбәрлек итеп былай тигән:68. — Раббыны, Израилдең Аллаһын данлайыҡ! Ул халҡына ярҙамға килде һәм уны азат итте,69. Үҙенә хеҙмәт итеүсе Дауыт нәҫеленән булған ҡеүәтле Ҡотҡарыусыны ебәрҙе.70. Был турала Ул бик күп йылдар элек Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне.71. Хәҙер беҙ дошмандарыбыҙҙан һәм беҙгә ҡарата нәфрәт йөрөтөүселәрҙән ҡотҡарыласаҡбыҙ.72. Шулай Алла атай-олатайҙарыбыҙға шәфҡәт күрһәтә, Үҙе төҙөгән изге килешеүҙе —73. атабыҙ Ибраһимға биргән антын — иҫендә тота:74. Ул беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотолдорғас, бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса,75. ғүмеребеҙҙең бар көндәрендә Уның алдында изге һәм тәҡүә булып хеҙмәт итә аласағыбыҙҙы вәғәҙәләне.76. Ә һин, Сабый, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре тип аталырһың, сөнки Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.77. һин Уның халҡына гонаһтары кисерелеүе аша ҡотолоуҙары хаҡында белдерерһең.78. Алланың шәфҡәте мул, шуның өсөн беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ.79. Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк һәм беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.80. Бала иһә үҫкән һәм рухи яҡтан нығынған. Израиль халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүллектә йәшәгән. Bashkir Bible 2014 © Институт перевода Библии, 2014